YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 20

20
Ҡадештағы ваҡиғалар
1Беренсе айҙа бөтә Исраил йәмғиәте Цин сүленә килеп етте һәм Ҡадешта туҡталды. Шунда Мирйәм вафат булды, уны Ҡадешта ерләнеләр.
2Бында халыҡ өсөн һыу юҡ ине, шуға күрә бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар. 3Халыҡ Мусаны былай тип ғәйепләне:
– Уф, беҙ ҙә теге саҡта, туғандарыбыҙ һымаҡ, Раббы ҡаршыһында үлгән булһаҡсы! 4Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни? 5Нишләп беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтығыҙ ҙа был насар урынға алып килдегеҙ? Ере сәсеүгә ярамай, инжир ҙә, йөҙөм дә, анар емештәре лә үҫмәй, хатта эсәр һыуы ла юҡ!
6Муса менән Һарун халыҡ эргәһенән Осрашыу сатырына табан йүнәлде, унда сәждәгә йығылды. Бына шул саҡ алдарында Раббы шөһрәте пәйҙә булды. 7Раббы Мусаға былай тине:
8– Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең.
9Раббы ни бойорһа, Муса шуны эшләне, ҡулына таяғын алды. 10Муса менән Һарун халыҡты ҡая янына йыйҙы.
– Эй фетнәселәр, һеҙгә ошо ҡаянан һыу сығарайыҡмы? – тип һораны ул халыҡтан.
11Муса ҡулын күтәрҙе лә ҡая ташҡа таяғы менән ике мәртәбә һуҡты – унан шарлап һыу аға башланы, кешеләр ҙә, мал-тыуар ҙа туйғансы һыу эсте.
12Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
– Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ һәм исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламағанығыҙ өсөн, был халыҡты һеҙ Мин уларға бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ.
13Был һыу Мерива#20:13 Мерива – йәһүд телендә «дәғүәләшеү» тигән мәғәнәлә. тип аталды, сөнки уның янында исраилдар Раббыға дәғүә белдерҙеләр, Раббы иһә уларға мөҡәддәслеген күрһәтте.
Эдом батшаһының исраилдарға үтергә рөхсәт бирмәүе
14Муса Ҡадештан Эдом батшаһына илселәр ебәреп, ошо үтенесен еткерергә ҡушты:
– Һиңә туғандарың – Исраил халҡы мөрәжәғәт итә: беҙҙең иңгә ниндәй михнәттәр төшкәнен беләһең. 15Ата-бабаларыбыҙ Мысырға күскәйне. Унда беҙ бик оҙаҡ йәшәнек. Мысыр халҡы ата-бабаларыбыҙ менән дә, беҙҙең менән дә насар мөғәмәлә итте. 16Беҙ Раббыға ялбарҙыҡ – Ул ишетте, фәрештәһен ебәрҙе, беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты. Бына беҙ хәҙер Ҡадешта, һинең илдең сигендәге ҡалала. 17Беҙгә ерең аша үтергә рөхсәт ит, зинһар. Баҫыуҙарығыҙ һәм йөҙөм баҡсаларығыҙ аша үтмәбеҙ, ҡоҙоҡтарығыҙҙан һыу эсмәбеҙ, Батша юлы буйлап ҡына барырбыҙ. Ерҙәреңде уҙып киткәнсе уңға ла, һулға ла ҡайырылмабыҙ.
18Эдом батшаһы риза булманы:
– Ерем аша үтмә, юғиһә ҡаршығыҙға ҡылыс менән сығырбыҙ, – тине.
19Исраил халҡы уға:
– Беҙ оло юл буйлап ҡына барырбыҙ. Әгәр үҙебеҙ һәм дә малыбыҙ һыуыңды эсһәк, хаҡын түләрбеҙ. Йәйәүләп кенә үтербеҙ, һис бер зыян килтермәбеҙ, – тип инәлде.
20Эдом батшаһы күнмәне:
– Үтмә минең еремдән, – тине һәм күп һанлы көслө ғәскәрен исраилдарҙың юлына арҡыры сығарып ҡуйҙы. 21Шулай итеп, Эдом халҡы исраилдарға үҙ ерҙәре аша үтергә рөхсәт бирмәне, һәм исраилдар икенсе яҡтан китергә булды.
Һарундың вафаты
22Бөтә Исраил йәмғиәте Ҡадештан сыҡты ла Һор тауына килде. 23Раббы Муса менән Һарунға Һор тауында, Эдом ерҙәре сигендә, былай тине:
24– Һарундың үлеп, ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ. 25Һарун менән уның улы Әлғазарҙы эйәртеп, Һор тауына мен. 26Һарундың ҡаһин кейемдәрен систереп, Әлғазарға кейҙер. Һарун шунда вафат булыр һәм ата-бабалары менән ҡауышыр.
27Муса Раббы бойорғанса эшләне. Бар йәмғиәт алдында Һор тауына киттеләр. 28Муса, Һарундың кейемдәрен систереп, улы Әлғазарға кейҙерҙе. Һарун шунда тау башында вафат булды. Муса менән Әлғазар тауҙан төштө. 29Бөтә йәмғиәт Һарундың донъя ҡуйғанын белде. Тотош Исраил халҡы утыҙ көн буйына Һарун өсөн ҡайғырып илашты.

Currently Selected:

Иҫәп 20: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in