Иҫәп 19
19
Таҙарыныу йолаһы
1Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
2– Раббы исраилдарға еткерергә ҡушҡан ҡанундың бер ҡағиҙәһе ошондай булыр: муйынына һис ҡасан ҡалып кейҙерелмәгән кәмселекһеҙ ерән тананы һиңә килтерһендәр. 3Уны Әлғазар ҡаһинға бирегеҙ, ул тананы тупламдан сығарһын, тананы ҡаһин алдында салһындар. 4Әлғазар ҡаһин, бармағын тананың ҡанына манһын да Осрашыу сатырының алғы яғына ете тапҡыр һирпһен. 5Уның күҙ алдында тананы яндырһындар: тиреһен дә, итен дә, ҡанын да, нәжесен дә яндырып бөтһөндәр. 6Ҡаһин кедр таяғы, майағас үләне, ут-ҡыҙыл еп алһын да янып ятҡан тана өҫтөнә ырғытһын. 7Шунан ҡаһин кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөл ҡойонһон, һуңынан тупламға инә ала, ләкин ул кискә тиклем нәжес һаналыр. 8Тананы яндырған кеше лә кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөлләнһен, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр. 9Таҙаларҙан берәйһе, яндырылған тананың көлөн йыйып алып, тупламдан ситтә таҙа урынға һалһын. Көлдө исраилдар йәмғиәте таҙарыныу һыуы әҙерләү өсөн һаҡлаһын. Ул ҡорбан гонаһ өсөн килтерелде. 10Тана көлөн йыйған кеше лә өҫтөндәге кейемдәрен йыуһын, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр. Был исраилдарға ла, улар араһында йәшәгән килмешәктәргә лә мәңгелек ҡағиҙә булһын.
11Кем мәйеткә ҡағыла, шул ете көн нәжес булыр. 12Ул таҙарыныу һыуы менән өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынһа, таҙа булыр. Әгәр өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынмаһа – таҙа булмаҫ. 13Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.
14Бына ҡанун: әгәр берәйһе сатырҙа вафат булһа, унда ингән һәм эсендә булған һәр кем ете көн буйы нәжес һаналыр. 15Ҡапҡас менән ябылмаған һәр һауыт нәжесләнер. 16Ялан-ҡырҙа ҡылыстан үткәрелгән йәки үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә, кеше һөйәгенә йәки ҡәбергә ҡағылған һәр кем ете көн нәжес булыр. 17Гонаһ өсөн яндырылған теге ҡорбан көлөн алһындар ҙа, һауытҡа һалып, уға тере, йәғни ағын һыу ҡойһондар. 18Таҙаларҙан берәйһе, майағасты ошо һыуға манып, шуның менән сатырға, сатырҙағы һауыттарға, кешеләрғә, шулай уҡ кеше һөйәгенә йәки үлтерелгән, үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә йәки ҡәбергә ҡағылғандарға һирпһен. 19Таҙа кеше өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр.
20Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес. 21Исраилдар өсөн был – мәңгелек ҡағиҙә. Таҙарыныу һыуы һирпкән кеше лә кейемдәрен йыуһын; таҙарыныу һыуына ҡағылған әҙәм дә кискә тиклем нәжес булыр. 22Нәжес кеше ҡағылған һәр нәмә нәжес булыр; ул әйберҙәргә ҡағылған кеше лә кискә тиклем нәжес һаналыр.
Currently Selected:
Иҫәп 19: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023