YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 15

15
Ҡорбандар тураһында ҡағиҙәләр
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарға шуны еткер: Мин һеҙгә төйәкләнер өсөн биргән ергә барып йәшәй башлағас, 3эре йәки ваҡ малдан ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны, әйткән нәҙерҙе үтәү өсөн, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән, йәки байрам уңайынан килтерелә торған ҡорбанды алып килегеҙ. Был ҡорбандарҙың хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. 4Раббы өсөн был ҡорбан мотлаҡ икмәк саҙаҡаһы менән бергә килтерелһен. Был саҙаҡа бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан бер өлөшөнә һалып болғатылған бер һин зәйтүн майының дүрттән бер өлөшөнән ғибәрәт. 5Тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән һәр һарыҡ бәрәсе менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алығыҙ.
6Ә һарыҡ тәкәһен ҡорбан иткәндә, уға өҫтәп, бер һин зәйтүн майының өстән бер өлөшөн һалып болғатҡан бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 7Түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ.
8Нәҙерҙе үтәргә йәки татыулыҡ ҡорбанына Раббы өсөн тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбан итеп үгеҙ әҙерләһәң, 9үгеҙ менән бергә, ярты һин зәйтүн майы һалып болғатылған бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан өс өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп, 10түкмә ҡорбан булараҡ, ярты һин шарап килтер. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.
11Үгеҙҙе, һарыҡ тәкәһен һәм һарыҡ йә кәзә бәрәсен ҡорбан итеп килтергәндә һәр ваҡыт шулай эшлә. 12Ҡорбан килтергән һәр осраҡта ҡорбанлыҡ малының һанына ҡарап эшләгеҙ. 13Исраил халҡынан булған һәр бер кеше Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ут ҡорбаны килтергәндә ошо ҡағиҙәләрҙе тотһон. 14Әгәр берәй килмешәк йәки арағыҙҙа, йә киләсәк быуындарығыҙ араһында йәшәүселәрҙән берәйһе Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны килтерергә теләһә, һеҙҙең һымаҡ эшләһен. 15Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ. 16Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡанун да, йолалар ҙа бер.
17Раббы Мусаға былай тине:
18– Исраилдарға еткер: Мин алып бараһы ергә аяҡ баҫҡас, 19ул ерҙең икмәген ашағанда Раббыға саҙаҡа бирегеҙ. 20Тәүге ҡамырҙан икмәк бешергәндә көлсәне саҙаҡа итегеҙ, уны ырҙын саҙаҡаһылай итеп бирегеҙ. 21Тәүге ҡамырҙан бешерелгән икмәк саҙаҡаһын быуындан-быуынға Раббыға бирегеҙ.
Гонаһ өсөн ҡорбан
22-23Әгәр ҙә һеҙ аңғармаҫтан Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙың берәйһен, Раббының Муса аша һеҙгә әйткән ниндәй ҙә булһа бойороғон Ул быны һеҙгә биргән көндән башлап быуындан-быуынға үтәмәйһегеҙ икән, бына нимә эшләргә кәрәк: 24хата йәмғиәттең белмәүе арҡаһында эшләнһә, бөтә йәмғиәт Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп тейешле булған икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтерһен. 25Ҡаһин бөтә исраилдар йәмғиәтен пакландырыу йолаһын үткәрһен, һәм улар ғәфү ителер, сөнки белмәйенсә хата эшләнеләр; шул хата өсөн улар Раббыға ут ҡорбаны һәм Раббы хозурында гонаһ ҡорбаны килтерҙеләр. 26Барлыҡ Исраил йәмғиәте һәм улар араһында йәшәгән килмешәктәр ғәфү ителер, сөнки был бөтә халыҡтың хатаһы булғайны.
27Кем дә булһа берәү аңғармаҫтан гонаһ ҡылһа, бер йәшлек кәзәне гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. 28Ҡаһин Раббы алдында яңылыштан хата ебәргән кеше өсөн пакландырыу йолаһы үткәрер һәм был кеше ғәфү ителер. 29Ерле исраилдар өсөн дә, араларында йәшәгән килмешәктәр өсөн дә, әгәр улар яңылыштан берәй яҙыҡ эш ҡылһа, ҡанун бер булһын.
30Әгәр ерле халыҡ йә килмешәктәр белә тороп яҙыҡ эшкә барһа, ул Раббыны хурлай булыр: ундайҙар халҡы араһынан ҡыуылырға тейеш, 31сөнки Раббы һүҙен һанға һуҡмаған һәм Уның бойороғон үтәмәгән ул. Ундай кеше мотлаҡ ҡыуылһын, гонаһы үҙ өҫтөндә булыр.
Шәмбе көнөнөң ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яза
32Сүлдә саҡта исраилдар шәмбе көн утын йыйып йөрөгән берәүгә юлыҡты. 33Шәмбе көн утын йыйып йөрөгән был әҙәмде Муса менән Һарун һәм бөтә йәмғиәт алдына тотоп килтерҙеләр. 34Уның менән ни ҡылырға икәнлеге хәл ителмәгәнлектән, һаҡ аҫтына ултырттылар.
35Раббы Мусаға былай тине:
– Был кеше үлтерелергә тейеш. Уны тупламдан ситтә бөтә йәмғиәт таш бәреп үлтерһен.
36Теге әҙәмде бөтә йәмғиәт тупламдан ситкә алып сыҡты ла, Раббы Мусаға ҡушҡанса, таш бәреп үлтерҙе.
Кейемдәге суҡтар тураһында
37Раббы Мусаға былай тине:
38– Исраил халҡына еткер: быуындан-быуынға кейемегеҙҙең итәк осона суҡ тағып йөрөгөҙ, һәр суҡҡа зәңгәр йөн еп ҡушылһын. 39Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп, Миңә хыянат итмәҫһегеҙ. 40Ул саҡта Минең бөтә бойороҡтарымды иҫтә тотоп, ғәмәлгә ашырасаҡһығыҙ һәм Аллағыҙ хозурында изге булырһығыҙ. 41Аллағыҙ булыр өсөн Мин һеҙҙе Мысыр еренән алып сыҡтым. Мин Аллағыҙ Раббымын.

Currently Selected:

Иҫәп 15: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in