Иҫәп 12
12
Мирйәм менән Һарундың битәре
1Мирйәм менән Һарун Мусаны Куштан#12:1 Куш – хәҙерге Эфиопия. ҡатын алған өсөн битәрләне. Муса тыумышы Куштан булған ҡатынға өйләнгәйне. 2«Раббы бер Муса аша ғына һөйләшәме ни? Беҙҙең аша ла һөйләшмәнеме ни Раббы?» – тине улар. Раббы быны ишетте. 3Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине.
4Раббы көтмәгәндә Мусаға һәм Һарун менән Мирйәмгә:
– Өсөгөҙ ҙә Осрашыу сатыры янына барығыҙ, – тип бойорҙо. Өсөһө лә китте. 5Раббы болот бағанаһында төштө лә, сатыр алдында туҡтап, Һарун менән Мирйәмде саҡырып алды. Былар икеһе лә килеп баҫты.
6– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. –
Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа,
Мин уға күренмештә асылам,
Уның менән төшөндә һөйләшәм.
7Ҡолом Муса менән улай түгел.
Минең йортомда ул иң тоғроһо.
8Уның менән йомаҡ аша түгел,
Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм.
Ул Раббының рәүешен күрә.
Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса
Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?
9Раббы уларға ҡарата асыуы ялҡынланып китеп барҙы. 10Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе. 11Мусаға ул былай тип ялбарҙы:
– Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама! 12Әсә ҡарынынан ярты тәне сереп, үле тыуған бала шикелле итмә Мирйәмде, зинһар!
13Шунан Муса Раббыға:
– Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы.
14Раббы Мусаға:
– Әгәр атаһы уның йөҙөнә төкөрһә, ул ете көн хурлыҡта йөрөргә тейеш булыр ине түгелме? – тип яуап ҡайтарҙы. – Шулай булғас, уны ете көнгә тупламдан ҡыуығыҙ, шунан ҡайтыр.
15Мирйәм ете көн буйы тупламдан ситтә булды. Ул әйләнеп ҡайтҡанға тиклем, халыҡ юлға сыҡманы.
Currently Selected:
Иҫәп 12: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: