Иҫәп 11
11
Исраилдарҙың зарланыуы
1Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһында ут ҡабынып, туплам сите яна башланы. 2Шунан халыҡ ярҙам һорап Мусаға ялынырға тотондо. Муса, доға ҡылып, Раббыға ялбарғас, ут һүнде. 3Был урынға Тавғыра#11:3 Тавғыра – йәһүд телендә «яндырыу» тигән мәғәнәлә. тип исем бирҙеләр, сөнки бында улар араһында Раббы уты тоҡанғайны.
4Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо:
– Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. – 5Мысырҙа бушлай ашаған балыҡ, ҡыяр, ҡауын, һуған-һарымһаҡ иҫкә төшә. 6Хәҙер иһә интегәбеҙ, бер нәмә юҡ, алдыбыҙҙа тик майҙә генә.
7Майҙә иһә кориандр орлоғона оҡшаған, күрер күҙгә ағас сайыры кеүек һарғылт төҫтә ине. 8Халыҡ, тегендә-бында йөрөп, уны йыя, ҡул тирмәнендә тарта йәки килелә төйә лә ҡаҙанда бешерә, йә көлсә яһай. Уның тәме зәйтүн майында бешерелгән көлсәнекенә тартым ине. 9Төндә тупламға ысыҡ төшкәндә майҙә лә яуа ине.
10Халыҡтың үҙ ғаиләләрендә, үҙ сатырҙары ауыҙы алдында илап зарланғанын Муса ишеткәйне. Раббының асыуы ялҡынланды, Муса ла борсолоуға төштө. 11Муса Раббыға былай тине:
– Мин ҡолоңдо ниңә ыҙалатаһың? Ниңә Һин мине хуш күрмәйһең, ниңә был халыҡтың бөтә ауырлығын минең иңемә һалаһың? 12Был халыҡты ҡарынымда мин йөрөткәнме лә мин тыуҙырғанмы? Бағыусы сабый баланы йөрөткәндәй ҡулыма алып, уны Һин ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә илтергә ниңә ҡушаһың миңә? 13Бөтөн халыҡҡа ҡайҙан алып ит ашатайым? Улар алдыма килеп илай-илай: «Беҙгә ит ашат!» – тип һорай. 14Был халыҡты яңғыҙым йөрөтә алмайым, был минең өсөн бик тә ауыр. 15Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?
Мусаның етмеш аҡһаҡалды һайлауы
16Раббы Мусаға былай тине:
– Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон. 17Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ. 18Халыҡҡа былай тип әйт: «Иртәгәһе көнгә үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, шунан ит ейерһегеҙ, – тиң. – Раббыға: „Әле ит ашаһаң икән! Беҙгә Мысырҙа яҡшыраҡ ине лә баһа“, – тип илаулағайнығыҙ, бына Раббы хәҙер һеҙгә ит бирә, ит ашарһығыҙ. 19Бер көн түгел, ике көн түгел, биш тә, ун да, егерме көн дә түгел, 20ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: „Мысырҙан ниңә киттек икән?“ – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ».
21Муса былай тине:
– Минең эргәмдә алты йөҙ мең йәйәүле яугир, ә Һин: «Мин уларға ит бирәм, ай буйы ашарҙар», – тиһең. 22Ул тиклем халыҡҡа бөтә һарыҡ, үгеҙҙәрҙе салһаң, етерме? Диңгеҙҙәге барлыҡ балыҡ уларҙы туйҙырырға етерме?
23Раббы Мусаға былай тине:
– Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.
24Муса сыҡты ла Раббының һүҙен халыҡҡа еткерҙе, аҡһаҡалдарҙан етмеш ирҙе йыйып, Изге сатыр эргәһендә торорға ҡушты. 25Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.
26Ирҙәрҙән икәү тупламда ҡалғайны – береһенең исеме Әлдад, икенсеһенеке Медад ине. Аҡһаҡалдар исемлегенә индерелгән булһалар ҙа, Изге сатыр янына сыҡмағайнылар, әммә уларға ла Рух иңде. Улар тупламда пәйғәмбәрлек итте. 27Бер ир бала йүгереп килде лә Мусаға, тупламда Әлдад менән Медад пәйғәмбәрлек итә, тип һөйләне. 28Быға яуап итеп, Нун улы Йушағ, Мусаның хеҙмәткәре, һайланмыш ирҙәрҙең береһе:
– Эй хакимым Муса! Тый һин уларҙы! – тине.
29– Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит! 30Шунан Муса Исраил аҡһаҡалдары менән тупламға әйләнеп ҡайтты.
Раббының бүҙәнәләр ебәреүе
31Раббы ел күтәрҙе, һәм ул ел диңгеҙ яғынан бүҙәнәләр осортоп алып килде. Бүҙәнәләр туплам тирәләй бер яҡта – бер көнлөк юлға, икенсе яҡта тағы бер көнлөк юлға етерлек булып, ике терһәк самаһы ҡалынлыҡта өйөлөп ятты. 32Халыҡ бер көн буйы, бер төн буйы, иртәгәһенә тағы көнө буйы бүҙәнә йыйҙы. Иң әҙ тигәндә лә һәр береһе ун хомер#11:32 Хомер – шыйыҡлыҡ үлсәү берәмеге, 220 л. бүҙәнә йыйҙы. Уларҙы туплам тирәләй бөтә ергә йәйеп һалып ҡуйҙылар. 33Итте әле сәйнәп йотоп та өлгөрмәгәндәр ине, ә Раббы, асыуы ялҡынланып, халыҡҡа ҡаты үләт ебәрҙе. 34Был урынды Ҡивроҫ-Һаттауа#11:34 Ҡивроҫ-Һаттауа – йәһүд телендә «нәфселеләр ҡәберлеге» тигән мәғәнәлә. тип атанылар, сөнки нәфселәрен тыя алмаған халыҡты шунда ерләнеләр. 35Ҡивроҫ-Һаттауанан халыҡ Хасироҫҡа юлланды һәм шунда барып туҡтаны.
Currently Selected:
Иҫәп 11: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023