YouVersion Logo
Search Icon

Миха 4

4
Раббының бөтә донъяла тыныслыҡ урынлаштырасағы
(Ишғ 4:1-3)
1Ахырҙа шундай көндәр килер:
Раббының йорто торған тау
Бөтә тауҙарға баш булыр,
Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор,
Халыҡтар уға ағылыр.
2Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә:
«Әйҙәгеҙ, Раббы тауына,
Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. –
Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен,
Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ».
Сөнки ҡанун – Сиондан,
Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.
3Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр,
Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер.
Улар ҡылыстарынан төрән,
Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор.
Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ,
Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.
4Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше,
Инжир ағасы аҫтында ултырыр.
Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ,
Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.
5Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй;
Беҙ иһә һәр ваҡыт һәм мәңге
Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ.
6«Ул көндө, – тип белдерә Раббы, –
Сатанын да йыйырмын, ҡыуылғанын да,
Үҙем бәләгә ҡалдырғанын да туплармын.
7Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен,
Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен.
Ошо көндән башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ
Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.
8Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара,
Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим,
Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр,
Йәрүсәлим батшалығын кире алыр».
9Әле һуң ниңә һөрән һалаһың?
Әллә яныңда һинең батшаң юҡмы?
Кәңәшселәрең һәләк булғанмы?
Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ,
Ғазап кисерәһең түгелме?
10Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ,
Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле;
Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың,
Бабилға тиклем барып етерһең,
Шунда ҡотолоу табырһың.
Дошмандарыңдың ҡулынан унда
Раббы һине йолоп алыр.
11Әле иһә бихисап ҡәүемдәр
Һиңә ҡаршы теш сарлайҙар:
«Әйҙә, Сион оятҡа ҡалып нәжесләнһен,
Үҙ күҙебеҙ менән күрәйек!»
12Ләкин улар Раббының ниәтен белмәй,
Уның маҡсатын аңламай,
Ырҙынға йыйылған көлтә һымаҡ,
Раббы бит уларҙы һуғырға йыйып килтерҙе.
13«Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, –
Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм:
Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең,
Уларҙың яумалын Раббыға,
Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына
Бағышлап харам ҡылырһың».

Currently Selected:

Миха 4: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in