Миха 3
3
Хакимдарҙың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ғәйебе
1Мин, Миха, былай тинем:
«Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары,
Исраил халҡының хакимдары,
Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?
2Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып,
Яманды яратаһығыҙ.
Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ,
Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.
3Һеҙ халҡымдың итен ашайһығыҙ:
Тиреһен һыҙыраһығыҙ,
Һөйәген ватҡылайһығыҙ;
Ҡаҙанда бешерергә,
Табала ҡыҙҙырырға йыйынған һымаҡ,
Итен тураҡлайһығыҙ.
4Ләкин шундай көн килер –
Раббыға ялбарырһығыҙ,
Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ.
Золом ҡылғанығыҙ өсөн,
Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».
5Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти:
«Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ,
Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.
6Шуға күрә һеҙгә күренмештәрһеҙ төн килер,
Ҡараңғыла күрәҙәлек итә алмаҫһығыҙ.
Пәйғәмбәрҙәр өсөн ҡояш батыр,
Көнөгөҙҙө ҡараңғылыҡ баҫыр.
7Юраусылар – оятҡа,
Күрәҙәселәр хурлыҡҡа ҡалыр,
Оялыштан йөҙҙәрен ҡапларҙар,
Сөнки Алланан яуап ала алмаҫтар».
8Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен,
Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн,
Көс менән, Раббының Рухы менән,
Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.
9Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары,
Исраил халҡының хакимдары!
Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса,
Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,
10Сионды – ҡан өҫтөндә,
Йәрүсәлимде ғәҙелһеҙлек өҫтөндә төҙөнөгөҙ.
11Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә,
Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй,
Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә,
Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ:
«Раббы беҙҙең менән түгелме ни?
Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»
12Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала
Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк,
Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк,
Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.
Currently Selected:
Миха 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023