YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 5

5
Тауҙағы вәғәз
1Халыҡ төркөмөн күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.
«Кем бәхетле?»
(Лк 6:20-23)
2Ғайса уларға аң-белем бирә башланы:
3 # Зәб 39:18. – Рухи яҡтан ярлылар бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
4 # Ишғ 61:2. Хәсрәтлеләр бәхетле,
сөнки улар йыуаныс табыр.
5 # Зәб 36:11. Баҫалҡылар бәхетле,
сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.
6 # Ишғ 55:1-2. Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле,
сөнки улар туйыныр.
7 # Зәб 40:2. Шәфҡәтлеләр бәхетле,
сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
8 # Зәб 23:3-5. Саф күңеллеләр бәхетле,
сөнки улар Алланы күрер.
9Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле,
сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
10Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
11Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. 12Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.
Тоҙ һәм яҡтылыҡ
(Мрк 9:50; Лк 11:33; 14:34-35)
13Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны ҡабат нисек тоҙло итерһегеҙ? Ул инде аяҡ аҫтына сығарып ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.
14Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡаланы йәшереп булмай. 15Шулай уҡ, шәмде тоҡандырғас, бер кем дә уны һауыт аҫтына ҡуймай, киреһенсә, уны шәмдәлгә ултырталар һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтәһе өсөн дә яҡтырта. 16Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.
Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр
(Лк 16:17)
17Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем. 18Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ. 19Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр. 20Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың тәҡүәлегенән артығыраҡ булмаһа, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.
Үлтереш һәм асыу тотоу
(Лк 12:58-59)
21 # Сығ 20:13; Ҡнн 5:17; Баш 9:6. Ата-бабаларығыҙға: «Кеше үлтермә! Кеше үлтереүсене хөкөм көтә», – тип әйтелгәнде ишеткәнегеҙ бар. 22Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш. 23Шуға күрә, әгәр һин Аллаға бүләккә үҙ ҡорбаныңды алып килһәң һәм ҡорбан усағы алдында туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, 24бүләгеңде шунда ҡалдыр ҙа тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп, бүләгеңде бир. 25Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар. 26Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә#5:26 Тин – грекса «кодрант». Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға торошло. тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.
Зина ҡылыу һәм айырылышыу
(Маҫ 18:8-9; 19:9; Мрк 9:43-48; 10:11-12; Лк 16:18)
27 # Сығ 20:14; Ҡнн 5:18. «Зина ҡылма», – тип әйтелгәнде һеҙҙең ишеткәнегеҙ бар. 28Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. 29Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. 30Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
31 # Ҡнн 24:1. Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне. 32Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше зина ҡылмаған ҡатыны менән айырылышһа, ул ҡатынын зина ҡылыуға этәрә. Айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла.
Ант итеү
33 # Лев 19:12; Иҫп 30:3. Ата-бабаларға: «Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә», – тип әйтелгәнде лә һеҙҙең ишеткәнегеҙ бар. 34#Ишғ 66:1.Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете, 35#Зәб 47:3.ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алла аяғын терәгән баҫҡыс, Йәрүсәлим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы. 36Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең ағарта йәки ҡарайта алмайһың. 37Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән.
Үс алырға ярамау
(Лк 6:29-30)
38 # Сығ 21:24; Ҡнн 19:21. Һеҙҙең «Күҙ өсөн – күҙ, теш өсөн – теш» тигәнде ишеткәнегеҙ бар. 39#Хик 24:29; Һҡт 3:30.Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй. 40Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫкө кейемеңде лә бир. 41Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт. 42Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.
Дошмандарҙы яратыу
(Лк 6:27-28, 32-36)
43 # Лев 19:18. «Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде ишеткәнегеҙ бар. 44Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ. 45Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. 46Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? 47Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни? 48#Лев 19:2.Шуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in