Маҫҫайос 24
24
Ахырызаман билдәләре
(Мрк 13:1-31; Лк 21:5-33)
1Ғайса Алла йортонан сығып барғанда, Уға Алла йортоноң биналарын күрһәтер өсөн, янына шәкерттәре килде.
2Ғайса:
– Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
3Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп:
– Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
4Ғайса былай тип яуап бирҙе:
– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 5Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 6Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле. 7Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр, 8әммә быларҙың барыһы ла – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына. 9Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа Минең арҡала һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. 10Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер. 11Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 12Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр. 13Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. 14Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.
15 #
Днл 9:27; 11:31; 12:11. Ә инде Даниил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), 16Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 17Өй ҡыйығында булғандар, әйберҙәрен алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; 18баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 19Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! 20Ҡасыуығыҙ ҡышҡа йәки шәмбе көнгә тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ. 21#Днл 12:1.Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер. 22Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.
23Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ. 24Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 25Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.
26Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ. 27Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр. 28Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.
29 #
Ишғ 13:10; Йои 2:10; 2:31. Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң,
«Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,
күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм
күк көстәре тетрәр».
30 #
Днл 7:13. Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр. 31Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.
32Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ. 33Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәс, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ. 34Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. 35#Зәб 118:89; Ишғ 40:8.Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
Уяу булырға саҡырыу
(Мрк 13:32-37; Лк 21:34-36; 17:26-27, 34-35; 12:39-46)
36Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 37#Баш 6:5–7:1.Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 38Туфан алдынан кешеләр ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. 39Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 40Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 41Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
42Шуға күрә уяу булығыҙ! Хакимығыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит. 43Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 44Шуның кеүек, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр хаҡында ҡисса
45Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 46Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле! 47Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ. 48Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, 49башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә, 50хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр. 51Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.
Currently Selected:
Маҫҫайос 24: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023