YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 21

21
Ғайсаның тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеүе
(Мрк 11:1-10; Лк 19:28-38; Ях 12:12-15)
1Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.
2– Ҡаршылағы ауылға барығыҙ. Барып етеү менән бәйләп ҡуйылған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы ысҡындырып, Миңә алып килегеҙ. 3Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрерҙәр, – тине Ул.
4Был иһә пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
5 # Ишғ 62:11; Зәк 9:9. «Сион-ҡыҙға#21:5 Сион-ҡыҙ – Йәрүсәлим халҡы. Сион тауында Йәрүсәлим ҡалаһы урынлашҡан. әйтегеҙ:
бына, һиңә Батшаң килә.
Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә,
йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».
6Шәкерттәре барып, бөтәһен дә Ғайса ҡушҡанса эшләне. 7Ишәк менән балаһын алып килеп, өҫ кейемдәрен һырттарына һалғас, Ғайса ишәккә атланды. 8Бик ҙур халыҡ төркөмө өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды. 9#Зәб 117:25-26.Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ:
– Дауыт Улына һосанна!#21:9 Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә һосанна! –
тип ҡысҡырҙылар.
10Ғайса Йәрүсәлимгә килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде.
– Был кем? – тип һораштылар.
11– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.
Алла йортон таҙартыу
(Мрк 11:15-19; Лк 19:45-47; Ях 2:13-16)
12Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 13#Ишғ 56:7.#Йер 7:11.Ғайса уларға:
– Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине.
14Алла йортонда Уның янына һуҡырҙар һәм аҡһаҡтар килде, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 15Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм Алла йортондағы балаларҙың: «Дауыт Улына һосанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш ҡаһиндарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.
16 # Зәб 8:3. – Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар.
– Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Сабыйҙар һәм имсәк балалар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни?
17Ғайса, уларҙы ҡалдырып, ҡаланан Бейт-Әниәгә китте һәм шунда ҡунды.
Инжир ағасын ҡарғау
(Мрк 11:12-14, 20-24)
18Иртәгәһенә Йәрүсәлимгә китеп барышлай Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 19Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас:
– Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно.
20Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте.
– Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һоранылар.
21– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. 22Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.
Ғайсаның вәкәләте хаҡында һорау
(Мрк 11:27-33; Лк 20:1-8)
23Ғайса Алла йортона инеп аң-белем биргәндә, янына баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. Улар:
– Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны.
24– Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 25Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы ҡайҙан бирелгән? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме?
Тегеләр үҙ-ара:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. 26«Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.
27Шуға күрә Ғайсаға:
– Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар.
– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.
Атаның ике улы хаҡында ҡисса
28– Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән. 29Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән. 30Атай кеше, икенсе улы янына килеп, шуны уҡ ҡабатлаған. Уныһы: «Барам, атай», – тигән, әммә бармаған. 31Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән?
– Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр.
Ғайса уларға былай тине:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк. 32Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.
Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
(Мрк 12:1-12; Лк 20:9-19)
33 # Ишғ 5:1-2. Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға#21:33 Ҡуртым – руссаһы: аренда. биреп, ситкә сығып киткән. 34Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән. 35Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр. 36Хужа тағы ла күберәк хеҙмәтселәрен ебәргән, әммә улар менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланған. 37Ахырҙа: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, улын ебәргән. 38Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 39Уны тотоп, йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр. 40Инде баҡса хужаһы, әйләнеп ҡайтҡас, был йөҙөм үҫтереүселәрҙе нимә эшләтер?
41– Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар.
42 # Зәб 117:22-23. – Ә һеҙ Изге Яҙмала:
«Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
Был Раббы тарафынан эшләнде –
күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», –
тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. – 43Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк. 44#Ишғ 8:14-15; Днл 2:34.Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
45Баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар, Ғайсаның ҡиссаларын тыңлап, Уның үҙҙәре тураһында һөйләгәнен аңланы. 46Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ Ғайсаны пәйғәмбәр тип һанай ине.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in