Маҫҫайос 20
20
Йөҙөм баҡсаһында эшләүселәр хаҡында ҡисса
1Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһына эшселәр ялларға сыҡҡан хужа кешегә оҡшаш. 2Ялсылар менән көнөнә бер динарҙан килешкәс, хужа уларҙы йөҙөм баҡсаһына ебәргән. 3Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә өйөнән сығып, баҙар майҙанына барғас, ул бында эшһеҙ торған башҡа кешеләрҙе күреп: 4«Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән. 5Улар киткән. Хужа сәғәт ун икелә лә, көндөҙгө өстә лә шулай эшләгән. 6Сәғәт биштәр тирәһендә тағы сыҡҡас, баҫып торған кешеләрҙе күреп, уларҙан: «Һеҙ ниңә бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?» – тип һораған. 7«Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. Хужа уларға ла: «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән.
8 #
Лев 19:13. Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән. 9Киске биштә ялланғандар килеп, һәр ҡайһыһы берәр динар аҡса алған. 10Беренсе ялланған эшселәрҙең сираты еткәс: «Күберәк алырбыҙ», – тип өмөтләнгән. Ләкин улар ҙа берәр динар алған. 11Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар: 12«Аҙаҡ килгәндәр бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».
13Хужа уларҙың береһенә былай тигән: «Дуҫым, мин һиңә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылманым. Һинең менән бер динарға килештек түгелме һуң? 14Үҙеңә тейешлеһен ал да кит. Ә мин бынау аҙаҡҡыға ла һиңә биргән хәтле бирергә теләйем. 15Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»
16– Бына шулай: һуңғылар беренсе булыр, ә беренселәр һуңғы булыр#20:16 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа ошо урында «Сөнки саҡырылғандар күп, һайлап алырлыҡтары иһә аҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар., – тине Ғайса.
Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе
(Мрк 10:32-34; Лк 18:31-33)
17Йәрүсәлимгә барышлай Ғайса, ун ике шәкертен ситкә алып китеп, уларҙың үҙҙәренә генә былай тине:
18– Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк, 19мыҫҡыллау, ҡамсылау һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор.
Ғайса һәм Зәбәҙәйостың улдары
(Мрк 10:35-45; Лк 22:24-27)
20Шунан Зәбәҙәйостың ҡатыны, улдары менән Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.
21– Һин нимә теләйһең? – тине Ғайса.
– Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе – Һинең уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине, – тине ҡатын.
22– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң?
– Алырбыҙ, – тине улар.
23– Һеҙ, ысынлап та, Минең туҫтағымдан эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса.
24Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде. 25Ғайса уларҙы янына саҡырып:
– Беләһегеҙ бит: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, башлыҡтар ҙа уларға баш була. 26Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын. 27Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул башҡаларға ҡол булһын. 28Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.
Ике һуҡырҙы һауыҡтырыу
(Мрк 10:46-52; Лк 18:35-43)
29Ғайса шәкерттәре менән Йерихо ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. 30Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барғанын ишетеп:
– Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырҙылар.
31Халыҡ, уларҙы әрләп, тыйырға тырышты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп:
– Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡабатланы.
32Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла:
– Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.
33– Әфәндем, күҙҙәребеҙ күрһен ине! – тине улар.
34Ғайса, уларҙы йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланылар һәм Уға эйәреп киттеләр.
Currently Selected:
Маҫҫайос 20: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: