Маҫҫайос 11
11
Сумдырыусы Яхъяның һорауы һәм Ғайсаның яуабы
(Лк 7:18-30; 7:4-35; 16:6)
1Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.
2-3 #
Баш 49:10; Зәб 117:26; Днл 7:13; Млх 3:1. Төрмәлә ултырған Яхъя Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.
4– Барығыҙ, ишеткән һәм күргәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: 5#Ишғ 35:5-6; 61:1.һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 6Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса.
7Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы:
– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы? 8Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй. 9Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 10#Млх 3:1.Уның тураһында Изге Яҙмала:
«Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм,
Ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –
тип яҙылған. 11Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк. 12Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына аяуһыҙ һөжүм итәләр һәм уны яулап алырға тырышалар. 13Яхъя килгәнгә тиклем үк бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да буласаҡ ваҡиғалар тураһында алдан белдерҙе. 14#Млх 4:5.Әгәр ҡабул итергә теләйһегеҙ икән, белегеҙ: ул – килергә тейеш булған Ильяс. 15Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
16-17Был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Улар:
«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ ҡайғырып иламанығыҙ», –
тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған.
18Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр. 19#Хик 8:1-36.Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән#11:19 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «ҡылған эштәренән» урынына «балаларынан» тип бирелгән һәм уны былай аңларға мөмкин: «Әммә Алла аҡылы уны ҡабул иткән кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана». күренә.
Тәүбәгә килмәгән ҡалаларға ҡайғы
(Лк 10:13-15)
20Унан һуң Ғайса мөғжизәләренең күбеһе ҡылынған ҡалаларҙы тәүбәгә килмәгәндәре өсөн шелтәләй башланы:
21 #
Ишғ 23:1-18; Зөл 26:1–28:23. – Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине. 22Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр. 23#Ишғ 14:13-15.Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине. 24Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содомдың хәле һинекенән еңелерәк булыр.
«Миңә килегеҙ»
(Лк 10:21-22)
25Бынан һуң Ғайса:
– Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! 26Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине! 27Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
28Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын. 29Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр. 30Минең ҡамытым уңайлы, йөгөм еңел!
Currently Selected:
Маҫҫайос 11: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: