YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 10

10
Ғайсаның ун ике илсеһе
(Мрк 3:15-19; Лк 6:14-16; Ғмл 1:13)
1Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен янына саҡырып, уларға кешеләрҙең эсенән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе. 2Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петрус тип тә аталған Шимғон һәм уның ҡустыһы Әндриас, Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя, 3Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай, 4Көрәшсе Шимғон#10:4 Көрәшсе Шимғон – был исем Шимғондың Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшкән йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы икәнлегенә ишара булыуы ихтимал. һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.
Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе
(Мрк 6:7-11; Лк 9:2-5; 10:4-12)
5Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты:
– Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. 6Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ. 7Барған ерҙәрегеҙҙә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип иғлан итегеҙ. 8Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. 9Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ. 10Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар.
11Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ. 12Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. 13Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы булһа, һеҙ теләгән именлек улар менән ҡалһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын. 14Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ#10:14 Йәһүдтәр, үҙҙәренә бер бысраҡ та эйәреп ҡайтмаһын өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып һанала, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ.. 15Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содом менән Ғамораның хәле ул ҡаланың хәленән еңелерәк булыр.
Киләсәк эҙәрлекләүҙәр
(Мрк 13:11-13; Лк 21:12-19)
16Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ. 17Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар. 18Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. 19Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер. 20Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр.
21 # Мих 7:5-6. Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 22Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. 23Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.
24Шәкерт – үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай. 25Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул#10:25 Бәғел-Зевул – Иблискә ҡарата ҡулланыла торған исем. Бәғел-Зевул Ҡәнғән халыҡтарының илаһы булған. Уны яуыз рухтар башлығы тип һанағандар (ҡарағыҙ: «ІV Батшалар», 1:2). тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.
Кемдән ҡурҡырға кәрәк?
(Лк 12:2-9)
26Шуға күрә ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайса ҡалыр йәшерен нәмә һәм беленмәйсә ҡалыр һис бер сер юҡ. 27Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде ҡыйыҡтарҙан иғлан итегеҙ. 28Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!
29Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә#10:29 Бер баҡыр тәңкә – грек телендә «бер ассарион». Бер ассарион ун алтынан бер динарға тигеҙ (бер динар – эшсенең бер көнлөк эш хаҡы). һатыла түгелме ни? Ләкин Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа уларҙың береһе лә ергә ҡолап төшмәҫ. 30Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. 31Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.
Мәсихте ҡабул итеү
(Лк 12:51-53; 14:26-27; 17:33)
32Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә күктәге Атам алдында ҡабул итермен. 33Ә инде кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Мин дә күктәге Атам алдында унан ваз кисермен.
34Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерергә тип килдем. 35#Мих 7:6.Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен айырырға тип килдем. 36Кеше өсөн үҙ өйөндәгеләре дошман булыр.
37Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. 38Үҙенең арҡысағын#10:38 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. 39Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; әммә Минең хаҡыма йәнен юғалтҡан уны алып ҡалыр.
40Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә. 41Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул иткән кеше пәйғәмбәргә лайыҡ әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе тәҡүә кешегә лайыҡ әжер алыр. 42Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in