Маҫҫайос 1
1
Ғайсаның шәжәрәһе
(Лк 3:23-38)
1 #
2 Бат 7:16. Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе. 2Ибраһим – Исхаҡтың, Исхаҡ – Яҡуптың, Яҡуп Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы; 3Йәһүҙә Тамарҙан тыуған Пәрәс һәм Зерахтың атаһы; Пәрәс – Хесрондың, Хесрон – Арамдың, 4Арам – Ғамминадавтың, Ғамминадав – Нахшондың, Нахшон – Салманың, 5Салма – Рахавтан тыуған Боғаздың, Боғаз – Руттан тыуған Ғоведтың, Ғовед – Ишайҙың, 6Ишай Дауыт батшаның атаһы ине.
Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең, 7Сөләймән – Рехавғамдың, Рехавғам – Авияһтың, Авияһ – Асаның, 8Аса – Йеһошафаттың, Йеһошафат – Йеһорамдың, Йеһорам – Ғуззияһтың, 9Ғуззияһ – Йоҫамдың, Йоҫам – Ахаздың, Ахаз – Хизкияһтың, 10Хизкияһ – Менашшеның, Менашше – Амондың, Амон Йошияһтың атаһы ине; 11#4 Бат 24:14-15.Исраил халҡы көсләп Бабилға күсерелгән дәүерҙә Йошияһтың улы Йехонъяһ һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.
12Бабилға көсләп күсерелгәндән һуң Йехонъяһтың улы Шеалтиил тыуҙы. Шеалтиил – Зеруббавелдың, 13Зеруббавел – Авиһудтың, Авиһуд – Әлъяҡимдың, Әлъяҡим – Азорҙың, 14Азор – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимдың, Ахим – Әлиудтың, 15Әлиуд – Әлғазарҙың, Әлғазар – Матҫандың, Матҫан – Яҡуптың, 16Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.
17Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Бабилға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм, Бабилға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.
Ғайсаның тыуыуы
(Лк 2:1-7)
18Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана. 19Ире Йософ иһә, тәҡүә#1:19 Тәҡүә – Алланың һүҙен, Уның ҡушҡандарын теүәл үтәгән кеше. кеше булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй. 20Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә.
– Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды. 21Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса#1:21 Ғайса – йәһүд телендә «Йеһошуағ» – «Раббы ҡотҡара» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.
22Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:
23 #
Ишғ 7:14. «Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр.
Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», –
тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
«Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
24Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә. 25Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.
Currently Selected:
Маҫҫайос 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023