Малахи 2
2
1– Инде, эй ҡаһиндар, был әмер һеҙгә. 2Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.
3Затығыҙҙы һеҙҙең язалайым, байрамдарығыҙҙа ҡорбан иткән малдарығыҙҙың тиҙәген йөҙөгөҙгә ырғытам, һеҙ үҙегеҙ ҙә уның менән бергә ырғытыласаҡһығыҙ.
4Шул саҡта һеҙ аңларһығыҙ: Леви менән төҙөгән килешеү дауам итһен өсөн, һеҙгә шундай әмер бирҙем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – 5Уның менән Мин йәшәү һәм именлек биргән килешеү төҙөнөм, һәм, Мине хөрмәт иткән тәҡдирҙә, уға икеһен дә бирҙем. Ул да Минән ҡурҡып, исемем алдында тетрәнеп торҙо.
6Телендә гел хаҡ ҡануным булды,
Ауыҙынан алдаҡ һүҙ сыҡманы,
Хозурымда иман менән имен ғүмер итте,
Күптәрҙе гонаһ ҡылыуҙан араланы.
7Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай,
Кеше уның теленән ҡанун эҙләй,
Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.
8Ләкин һеҙ тура юлдан ҡайырылдығыҙ,
Күптәрҙең ҡанун боҙоуына сәбәпсе булдығыҙ.
Минең Леви менән төҙөгән килешеүемде боҙҙоғоҙ, –
ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – 9Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ.
Ҡатнаш никахтарға һәм айырылышыуҙарға ҡаршы
10Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атаһы берәү түгелме ни? Бөтәбеҙҙе бер үк Алла яратманымы ни? Шулай булғас ни өсөн беҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төҙөгән килешеүен боҙоп, үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙгә хыянат итәбеҙ? 11Йәһүҙә халҡы хыянат итте. Исраилда һәм Йәрүсәлимдә ерәнгес ғәмәлдәр ҡылына; Йәһүҙә кешеләре ят илаһтарға табынған ҡыҙҙарға өйләнеп, Раббы һөйгән Изге торлаҡты нәжесләне. 12Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен.
13Йәнә бына ни эшләйһегеҙ һеҙ: илай-һыҡтай Раббының ҡорбан усағын күҙ йәшенә мансыйһығыҙ, сөнки Раббы ҡорбанығыҙға диҡҡәт итмәй, һеҙҙән уны хуш күреп ҡабул итмәй. 14Һеҙ: «Ни өсөн һуң?» – тип аптырайһығыҙ. Сөнки Раббы – һинең менән һәм һин йәшләй өйләнгән ҡатының араһында шаһит ине. Ул ҡатын һинең юлдашың һәм никах килешеүе менән хәләлең булған хәлдә, һин уға хыянат иттең.
15Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен. 16Ҡатыныңды ҡыуыу, уға нәфрәтләнеү, – ти Исраил Аллаһы Раббы, – үҙ-үҙеңде йәбер-золом менән таплауға тиң, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Күңелегеҙҙе һаҡлағыҙ, хыянатсы булмағыҙ.
Вәғәҙә ителгән хәбәрсе
17Һүҙҙәрегеҙ менән Раббыны йонсотһағыҙ ҙа: «Нимә менән беҙ Уны йонсотабыҙ?» – тиһегеҙ. «Золом ҡылған һәр кем Раббы өсөн яҡшы, Раббы ундайҙар менән риза», – тигән һүҙҙәрегеҙ, «Ҡайҙа икән ул хаҡ хөкөмлө Алла?» – тип әйтеүегеҙ менән йонсотаһығыҙ.
Currently Selected:
Малахи 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023