YouVersion Logo
Search Icon

Левиҙәр 6

6
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа, 3йә иһә кемдер юғалтҡанды табып та инҡар итһә, йәки ниндәй ҙә булһа гонаһ эшләп, шул турала ялған ант итһә, 4-5ул кеше гонаһ ҡыла һәм ғәйепле була. Шуға күрә урлап йәки алдап алғанын, уға аманат итеп бирелгәнде йәки тапҡанын; алманым, тип ялған ант иткән әйберҙе кире бирергә тейеш. Әйберҙең хаҡының биштән бер өлөшө тиклемде өҫтәп, ғәйеп ҡорбаны килтергән көндө уны хужаһына кире бирһен. 6Ғәйебе өсөн Раббыға ҡорбан ҡылһын: ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны өсөн ваҡ малдан билдәле хаҡтағы кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. 7Ҡаһин был кешене Раббы хозурында гонаһынан паклар һәм уның ғәйебе ярлыҡаныр.
Тотош яндырыу ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә
8Раббы Мусаға былай тине:
9– Һарунға һәм уның улдарына бойороҡ биреп әйт, бына тотош яндырыу ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. Тотош яндырыу ҡорбаны яндырылған урынында, ҡорбан усағында, төнө буйына, иртәнгә тиклем ҡалһын. Усаҡта ут һәр саҡ янып торһон. 10Ҡаһин етен кейемен, етен ыштанын кейһен. Ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанынан ҡалған көлдө алып, усаҡтың эргәһенә өйһөн. 11Был кейемдәрен сисеп, икенселәрен кейгәндән һуң, көлдө тупламдан тышҡа, таҙа урынға алып сыҡһын.
12Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, бер ваҡытта ла һүнмәһен. Ҡаһин һәр иртә һайын уға утын өҫтәһен һәм тотош яндырыу ҡорбанын утын өҫтөнә һалһын, татыулыҡ ҡорбандарының майын яндырһын. 13Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, һүнмәһен.
Икмәк саҙаҡаһы тураһындағы ҡағиҙә
14Икмәк саҙаҡаһының йолаһы былай: Һарун улдары саҙаҡаны Раббы хозурына, ҡорбан усағы алдына килтерһен. 15Ҡаһин икмәк саҙаҡаһының оно менән зәйтүн майынан бер ус тултырып, ә ладанды тулыһынса алһын да ҡорбан усағында яндырһын. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ, иҫтәлек өлөшө. 16Артып ҡалғанын Һарун менән улдары ашар. Уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, сөсө икмәк итеп ашарҙар. 17Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге. 18Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты уны ашай ала. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан уларға быуындан-быуынға мәңгелек өлөш булыр был. Был өлөшкә ҡағылған һәр нәмә мөҡәддәс һаналыр.
19Раббы Мусаға былай тине:
20– Һарун ҡаһин булараҡ мәсехләндерелгән көндө, Һарун менән улдары икмәк саҙаҡаһы итеп Раббыға иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн – яртыһын иртәнсәк, яртыһын кискеһен – алып килһен. Ул даими бер саҙаҡа булыр. 21Ул зәйтүн майында яҡшылап баҫылһын һәм йәйләүҙә бешерелһен. Уны, икмәк саҙаҡаһы булараҡ, һыныҡтарға бүлеп килтер. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ. 22Уны Һарун нәҫеленән булған мәсехләнгән баш ҡаһин вазифаһына бағышланған ҡаһин башҡарһын. Был саҙаҡа Раббыға мәңгелек өлөш; ул тотош яндырылырға тейеш. 23Ҡаһин килтергән һәр икмәк саҙаҡаһы тулыһынса яндырылһын, уны ашарға ярамай.
Гонаһ ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә
24Раббы Мусаға былай тине:
25– Һарунға һәм уның улдарына әйт: бына гонаһ ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Гонаһ ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбаны боғаҙланған урында, Раббы хозурында салынырға тейеш. Ул – изгеләрҙән-изге. 26Ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһин уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, ашар. 27Ҡорбандың итенә ҡағылған һәр кем һәм һәр нәмә изге һаналыр. Әгәр ҙә ҡаны кейемгә сәсрәһә, уны изге урында йыуырға кәрәк. 28Ите бешерелгән балсыҡ һауыт ватылырға тейеш. Әгәр ҙә баҡыр һауытта әҙерләнһә, һауытты яҡшылап таҙартырға һәм һыу менән йыуырға кәрәк. 29Ҡаһин нәҫеленән булған һәр ир заты был итте ашай ала. Ул – изгеләрҙән-изге. 30Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in