Левиҙәр 3
3
Татыулыҡ ҡорбаны
1Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен. 2Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны Осрашыу сатыры ауыҙында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар – малдың ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 3-4Ҡорбан килтереүсе, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанлығының эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. 5Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
6Әгәр ҙә берәйһе татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал килтерһә, ул кәмселекһеҙ тәкә йәки орғасы мал булһын. 7Әгәр һарыҡ ҡорбан итһә, уны Раббы хозурына алып килһен. 8Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 9-10Ҡорбан килтереүсе, Раббыға ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанының арҡа һөйәгенә ҡәҙәр һылып алынған ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. 11Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был, ризыҡ булараҡ, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.
12Әгәр ҡорбаны кәзә малынан икән, уны Раббы ҡаршыһына алып килһен, 13ҡулын уның башына ҡуйһын, шунан Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 14-15Ҡорбан килтереүсе, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, малдың эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. 16Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.
17Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.
Currently Selected:
Левиҙәр 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023