YouVersion Logo
Search Icon

Левиҙәр 27

27
Нәҙер тураһында ҡанун
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: әгәр ҙә берәйегеҙ Раббыға кем дә булһа берәүҙе бағышлайым, тип нәҙер әйтһә, уны билдәле хаҡҡа йолоп алырға була: 3егерменән алтмыш йәшкә тиклемге ир-егет өсөн илле шекел көмөш, изге шекел менән; 4ә ҡатын-ҡыҙ өсөн утыҙ шекел булыр. 5Биш йәштән егерме йәшкә тиклемге ир заты өсөн – егерме, ҡатын-ҡыҙ өсөн ун шекел тейеш. 6Бер айлыҡтан алып биш йәшкә тиклемге ир балаға – биш, ҡыҙ балаға өс шекел түләнер. 7Әгәр алтмыш йәки унан да өлкәнерәк йәштә булһалар, ирҙәр өсөн – ун биш, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – ун шекел. 8Әгәр ҙә нәҙер әйткән кеше ярлы булып, билдәләнгән хаҡты түләргә хәленән килмәһә, уны ҡаһин алдына баҫтырһындар. Ҡаһин уға мөмкинлегенә күрә хаҡ тәғәйенләр.
9Әгәр берәү Раббыға ҡорбан итергә яраҡлы малды Уға бағышларға нәҙер итә икән, был мал изге һанала, йәғни Раббыға бағышлана. 10Уны алмаштырырға, яҡшы урынына насар, насар урынына яҡшы мал бирергә ярамай. Әгәр ҙә берәйһе ундай малды икенсе малға алмаштырһа, уларҙың икеһе лә изге һаналыр. 11Әгәр ҙә ҡорбанға ярамаған хәрәм мал килтерелһә, ул малды ҡаһин ҡаршыһына ҡуйһындар. 12Ҡаһин уның сифатына ҡараһын һәм уның яҡшымы, насармы икәнен баһалап, хаҡын билдәләһен; ҡаһин нисек билдәләһә, хаҡ шулай булыр. 13Әгәр хужаһы малды йолоп алырға теләһә, ҡаһин билдәләгән хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәһен.
14Әгәр ҙә берәйһе Раббыға үҙенең йортон бағышлаһа, ҡаһин уның сифатын баһалап хаҡ ҡуйыр. Ҡаһин нисек баһалаһа, хаҡ шулай булыр. 15Бағышлаған кеше йортон йолом түләп алырға теләһә, ҡуйылған хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләр ҙә – йорт уныҡы булыр.
16Әгәр ҙә берәйһе үҙ биләмәһенән Раббыға баҫыу бағышлаһа, хаҡты унда күпме орлоҡ сәселеүгә ҡарап билдәлә: бер хомер#27:16 Хомер – ашлыҡ, он үлсәү берәмеге, 220 л. арпа сәселһә, илле шекел көмөш тейеш. 17Әгәр ул кеше үҙенең баҫыуын Яңырыу йылынан алып бағышлаһа, ерҙең тулы хаҡынан сығып эш итһен. 18Әгәр ҙә баҫыу Яңырыу йылынан һуң бағышланһа, ҡаһин хаҡты ҡалған йылдар һанына ҡарап иҫәпләр һәм тәғәйенләнгән хаҡты кәметер. 19Баҫыуын бағышлаған кеше уны йолоп алырға теләһә, ҡуйылған хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләр, шул саҡта баҫыуы үҙенеке булыр. 20Әгәр йолоп алмаһа, баҫыу башҡа кешегә һатылһа, уны башҡаса йолоп алып булмай. 21Ул баҫыу Яңырыу йылында хужаһына ҡайтарылмайынса, мәңгегә Раббыға инселәнгән изге баҫыу булып һаналыр һәм ҡаһиндың мөлкәтенә әүерелер.
22Әгәр ҙә берәйһе Раббыға үҙ биләмәһен түгел, һатып алған баҫыуын бағышлаһа, 23ҡаһин, Яңырыу йылына тиклем ҡалған йылдар һанына ҡарап, уның хаҡын билдәләр. Кеше был хаҡты шул көндө үк түләргә тейеш, сөнки ул Раббы өсөн изге. 24Ә Яңырыу йылында баҫыу ырыу биләмәһе булғанға күрә, уны ҡасандыр һатҡан кешегә кире ҡайтарылһын. 25Бөтә хаҡ изге шекел буйынса билдәләнергә тейеш. Был шекел егерме гераға бәрәбәр.
26Беренсе булып тыуған малды Раббыға бағышларға ярамай, сөнки ул былай ҙа Раббыныҡы. Эре малмы ул, ваҡ малмы – улар барыһы ла Раббыныҡы. 27Әммә тәүге мал хәрәм һаналған малдарҙан булһа, кеше билдәләнгән хаҡҡа биштән бер өлөшөн өҫтәп, малды йолом түләп алыр. Әгәр йолоп алынмаһа, ул мал билдәләнгән хаҡ буйынса башҡа берәүгә һатылһын.
28Кешенең үҙ мөлкәтенән Раббыға бағышланған һис бер нәмә – кешеме, мал-тыуармы, ырыу биләмәһеме – һатылмаясаҡ һәм йолоп алынмаясаҡ. Ә Раббыға инселәнгән һәр нәмә изгеләрҙән-изге. 29Харам ҡылынған кешене йолом түләп алып булмай, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш.
30Ерҙән алынған барлыҡ уңыштың һәм ағастарҙан йыйып алынған емештең ундан бер өлөшө – Раббыныҡы, ул Раббының изге өлөшө. 31Әгәр ҙә берәй кеше үҙенең шул унынсы өлөшөн йолом түләп алырға теләһә, хаҡына биштән бер өлөштө өҫтәһен. 32Һыйыр малының, ваҡ малдың унынсы өлөшө, көтөүсе таяғы аҫтынан үткән һәр унынсы мал – Раббының изге өлөшө. 33Хужаһы малды яҡшы һәм насарға айырмаһын, береһен икенсеһенә алыштырмаһын. Алыштырһа, ул малдарҙың икеһе лә изге һаналыр, уларҙы йолом түләп алып булмаясаҡ.
34Раббы Синай тауында Исраил халҡына Муса аша биргән бойороҡтар ошоларҙан ғибәрәт.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in