Левиҙәр 26
26
Аллаға тоғролоҡ өсөн фатиха
1Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын. 2Шәмбе көндәремде тотоғоҙ һәм Изге торлағымды хөрмәт итегеҙ. Мин – Раббы.
3Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, 4ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, ер уңыш, ҡырҙағы ағастар емеш бирер. 5Йөҙөм йыйыр саҡҡа тиклем ашлыҡ һуғырһығыҙ, сәсеүгә төшкәнсе баҡсағыҙҙа йөҙөм йыйырһығыҙ. Икмәгегеҙҙе туя ашап, ерегеҙҙә имен йәшәрһегеҙ.
6Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ. 7Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр. 8Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр. 9Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын. 10Былтырғы уңышығыҙҙы ашарһығыҙ, яңы уңыш һалыр өсөн иҫкеһен сығарып ташларһығыҙ.
11Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ. 12Арағыҙҙа булырмын, Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. 13Һеҙҙе ҡол булмаһындар тип Мысырҙан алып сыҡҡан һәм ҡалыбығыҙҙы ватып башығыҙҙы юғары сөйҙөргән Мин Аллағыҙ Раббымын.
Аллаға буйһонмаған өсөн яза
14Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо ҡанундарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ, 15күрһәтмәләремде кире ҡаҡһағыҙ, ҡағиҙәләремде инҡар итһәгеҙ һәм килешеүҙе боҙоп, бойороҡтарымды тыңламаһағыҙ, 16Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар. 17Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.
18Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын. 19Тиҫкәре тәкәбберлегегеҙҙе һындырырмын, күгегеҙ тимер, ерегеҙ баҡыр һымаҡ булыр. 20Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ. 21Быларҙан һуң да тиҫкәреләнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырырмын. 22Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.
23Ошонан һуң да киҫәмәһәгеҙ, Миңә ҡаршы барыуығыҙҙы дауам итһәгеҙ, 24Мин Үҙем һеҙгә ҡаршы булырмын һәм гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын. 25Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ. 26Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ.
27Ошоларҙың бөтәһенән һуң да тыңламайынса, Миңә ҡаршы барһағыҙ, 28Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын. 29Аслыҡтан улдарығыҙҙы, ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ. 30Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын. 31Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм. 32Ерегеҙҙе шул тиклем емереклеккә әүерелдерермен, хатта унда төйәкләнгән дошмандарығыҙ ҙа шаҡ ҡатыр. 33Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер. 34Һеҙ дошмандарығыҙ ерендә йәшәгәндә, ер ялһыҙ ҡалған йылдары өсөн шәмбе йылдарына кинәнеп ял итер. 35Һеҙ бында йәшәгәндә ял итмәгән шәмбе йылдары өсөн рәхәтләнәсәк ул.
36Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар. 37Һис кем ҡыуаламағанда ла, ҡылыс йөҙөнә һөрлөккәндәй, бер-береһенә абынып йығылырҙар. Дошмандарығыҙға ҡаршы торорлоҡ көсөгөҙ булмаҫ. 38Ят халыҡтар араһында һәләк булырһығыҙ, һеҙҙе дошмандарығыҙҙың ере йотор. 39Ә инде тере ҡалғандарығыҙ булһа, дошман ерендә үҙҙәренең ғәйептәре өсөн дә, ата-бабаларының ғәйептәре өсөн дә сереп ҡалыр.
40Шул саҡта үҙҙәренең ғәйептәрен, ата-бабаларының енәйәттәрен танырҙар, Миңә хыянаттарын, тиҫкәрелектәрен, 41шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар, 42шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн. 43Ә улар тарафынан ташлап ҡалдырылған ер буш ятҡан саҡта үҙенең элек булмаған шәмбе йылдары өсөн ял итеп рәхәтләнер. Улар иһә ҡағиҙәләремде һанға һуҡмаған, күңелдәре күрһәтмәләремде инҡар иткәндең әжерен алырҙар. 44Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын. 45Улар хаҡына башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Аллалары булыр өсөн Мысыр еренән алып сыҡҡан ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде иҫкә төшөрөрмөн. Мин – Раббы.
46Раббы Синай тауында Муса аша Үҙе менән Исраил халҡы араһына ҡуйған ҡағиҙәләр, күрһәтмәләр һәм ҡанундар ошо.
Currently Selected:
Левиҙәр 26: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023