Левиҙәр 25
25
Етенсе йыл
1Раббы Синай тауында Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәндән һуң, һәр етенсе йыл һайын ерҙе Раббы хөрмәтенә ял иттерегеҙ. 3Алты йыл баҫыуыңа сәс, алты йыл баҡсаңда йөҙөм ҡыуаҡтарын ҡыҫҡарт һәм уңышыңды йыйып ал. 4Әммә етенсе йылда ер шәмбе көнөндәге кеүек тулыһынса ял итһен. Был йыл Раббыға бағышланған: баҫыуыңа сәсмә, йөҙөм ҡыуаҡтарыңды ҡыҫҡартма. 5Бураҙнаңда үҙе үҫеп сыҡҡанды урма, ҡыҫҡартылмаған йөҙөмөңдө йыйма. Был ер өсөн ял итеү йылы булыр. 6Был шәмбе йылында ерҙә нимә үҫеп сыға, шул һеҙгә ашарға ризыҡ булыр; үҙеңә лә, ҡолоңа ла, ҡолиәңә лә, ялсыңа ла, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә, 7мал-тыуарыңа ла, ереңдәге кейек-януарҙарға ла аҙыҡ булыр.
Яңырыу йылы
8Ете йыл һайын ҡабатланған Шәмбе йылдарының ете тапҡыр үткәнен һанағыҙ – йәмғеһе ҡырҡ туғыҙ йыл булыр. 9Шунан етенсе айҙа, айҙың унынсы көнөндә, йәғни Гонаһтарҙан пакланыу көнөндә, бөтә илегеҙҙә мөгөҙ борғолар ҡысҡыртығыҙ. 10Илленсе йылды изге итегеҙ һәм илегеҙҙә йәшәүселәрҙең бөтәһенә лә азатлыҡ бирегеҙ. Был һеҙҙең өсөн Яңырыу йылы булһын. Һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ нәҫеленә ҡайтһын. 11Илленсе йыл һеҙҙең өсөн Яңырыу йылы буласаҡ. Ул йылды сәсмәгеҙ, урмағыҙ, ерҙә үҙе үҫеп сыҡҡанды, йөҙөмдөң ҡыҫҡартылмаған ботаҡтарындағы тәлгәштәрҙе йыйып алмағыҙ. 12Сөнки был – Яңырыу йылы, һеҙҙең өсөн изге булһын. Баҫыуҙа үҙе үҫеп сыҡҡанды ғына ашағыҙ.
13Яңырыу йылында һәр кем үҙ биләмәһенә ҡайтыр. 14Әгәр үҙегеҙҙең халыҡтан берәйһенә ер һатһағыҙ йәки үҙегеҙ һатып алһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. 15Ерҙе һатып алғанда, Яңырыу йылынан һуң нисә йыл үткәнен һана. Баҫыуын һиңә һатҡан кеше Яңырыу йылына тиклем нисә йыл буйы был баҫыуҙан уңыш алып буласағын иҫәпләһен. 16Ҡалған йылдар һаны күберәк булған һайын, хаҡ юғарыраҡ, аҙыраҡ булған һайын – түбәнерәк, сөнки ул һиңә йыллыҡ уңышты һата. 17Бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Аллаңдан ҡурҡ, сөнки Аллағыҙ Раббы – Мин.
18Күрһәтмәләремде үтәгеҙ, ҡағиҙәләремде тотоғоҙ һәм ғәмәлгә ашырығыҙ, шул саҡта был ерҙә имен йәшәрһегеҙ. 19Ер емештәрен бирер, ә һеҙ туйғансы ашарһығыҙ, имен ғүмер итерһегеҙ.
20Әгәр: «Сәсмәгән һәм урмаған етенсе йылда нимә ашарбыҙ?» – тип һораһағыҙ, 21алтынсы йылда һеҙгә Үҙемдең бәрәкәтемде күндерермен һәм ер һеҙгә өс йылға етерлек уңыш бирер. 22Һигеҙенсе йылда сәсерһегеҙ, әммә элекке уңышығыҙҙы туғыҙынсы йылға тиклем ашарһығыҙ. Яңы уңыш өлгөргәнгә тиклем элеккеһе менән ризыҡланырһығыҙ.
23Ерегеҙ бөтөнләйгә һатылмаһын, сөнки ул Минеке. Һеҙ – бары тик килмешәк һәм Минең ҡунағымһығыҙ. 24Биләгән бөтә ерҙәрегеҙҙә ырыу биләмәләрен кире һатып алыу хоҡуғын һаҡларға тейешһегеҙ. 25Әгәр ҙә ҡәрҙәшең фәҡирләнһә һәм биләмәһен һатһа, иң яҡын туғаны түләп, ул биләмәне кире ҡайтарып алһын. 26Әгәр йолом түләп алырҙай туғаны булмаһа, хәлләнгәс, үҙе түләрлек аҡса йыйһа, 27ерен һатҡандан һуң үткән йылдарҙы хисаплар һәм, ҡалған өлөштө ерен һатып алған кешегә түләп, биләмәһен ҡабат алыр. 28Әгәр йолоп алырға мөмкинлеге булмаһа, ере һатып алған кешелә Яңырыу йылына тиклем ҡалыр. Яңырыу йылында биләмәһе йәнә үҙенә кире ҡайтыр.
29Әгәр ҙә берәйһе диуар менән уратылған ҡалала йортон һатһа, һатҡанына бер йыл тулғанға тиклем уны йолом түләп алырға хоҡуғы бар. Бер йыл дауамында ҡабат һатып алып була уны. 30Әгәр бер йыл эсендә өйөн кире һатып алмаһа, диуар менән уратылған ҡалалағы йорт бөтөнләйгә уны һатып алыусының һәм уның нәҫелдәренең мөлкәтенә әйләнер. Ул Яңырыу йылында ҡабат ҡайтарылмаҫ. 31Ә диуар менән уратылмаған төйәктәрҙәге йорт баҫыу менән тиң һанала. Һатҡан кешенең уны йолом түләп алыу хоҡуғы булһын һәм Яңырыу йылында өй кире ҡайтарылһын. 32Ләкин левиҙәр үҙҙәренә тәғәйенләнгән ҡалаларҙа өйҙәрен һәр ваҡыт кире һатып алыу хоҡуғына эйә. 33Әгәр ҙә берәйһе левиҙән өй һатып алһа, левиҙәр ҡалаһындағы был йорт Яңырыу йылында яңынан уларға күсәсәк. Сөнки леви ҡалаларындағы өйҙәр – уларҙың Исраил халҡы араһындағы мөлкәте. 34Әммә левиҙәрҙең ҡалалары янындағы көтөүлектәр һатылырға тейеш түгел, сөнки улар – левиҙәрҙең мәңгелек милке.
35Әгәр ҙә халҡыңдан берәйһе ярлыланып, үҙен-үҙе тәьмин итә алмаһа, уға ярҙам ит. Ул һеҙҙең арағыҙҙа ситтән килгән кеше йәки килмешәк кеүек йәшәһен. 36Уға үтескә биргән аҡсаңдан һәм аҙыҡ-түлектән риба#25:36 Риба – биреп торған әйбер йәки аҡсанан алынған процент. алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен. 37Уға көтәсәккә биргән аҡсаңдан риба алма, уға биргән ризығыңдан килем өмөт итмә. 38Мин Аллағыҙ Раббымын. Мин Ҡәнғән ерен бирер өсөн һәм Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым.
39Әгәр ҙә берәй ҡәрҙәшең ярлыланһа һәм һиңә ҡоллоҡҡа һатылһа, уны ҡол кеүек эшләргә мәжбүр итмә. 40Ул ялсы йәки килмешәк кеүек булһын. Яңырыу йылына тиклем һиндә эшләһен, 41унан һуң балаларын алып һинән китә ала. Ул үҙ нәҫеленә, ата-бабалары биләмәһенә ҡайтһын. 42Сөнки исраилдар – Минең Мысырҙан алып сыҡҡан ҡолдарым, шуға күрә улар ҡол һымаҡ һатылмаясаҡ. 43Был кешеләргә аяуһыҙ хужа булма. Аллаңдан ҡурҡ. 44Ҡолдарың, ҡолиәләрең әйләнә-тирәңдә йәшәгән ҡәүемдәрҙән булһын. Уларҙан үҙегеҙгә ҡол һатып ала алаһың. 45Шулай уҡ арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән һәм һеҙҙең ерҙә йәшәгән саҡта уларҙың ғаиләһендә тыуған балаларҙан үҙегеҙгә ҡол һатып алырға мөмкин. Улар һеҙҙең мөлкәтегеҙ булыр. 46Үҙегеҙҙән һуң уларҙы балаларығыҙға мираҫ итеп ҡалдыра алаһығыҙ. Улар һеҙгә ғүмер буйы хеҙмәт итһен, ә ҡәрҙәштәрегеҙ – исраилдарға – аяуһыҙ хакимлыҡ ҡылмағыҙ.
47Әгәр ҙә килмешәк йәки арағыҙҙа йәшәгән берәйһе байып китһә, ә ҡәрҙәшең ярлыланып, килмешәккә, арағыҙҙа йәшәүсегә йәки уның ырыуҙашына һатылһа, 48йолом хаҡын түләп уны һатып алырға мөмкин. Туғандарынан берәйһе уны кире һатып ала ала; 49ата-әсәһенең бер туған ағай-энеһе, йәки башҡа ҡан туғаны йолом түләп азат итә ала. Хәлләнһә, ул үҙен үҙе азат итһен. 50Был кеше үҙе һатылған йылдан башлап Яңырыу йылына тиклем ҡалған йылдарҙы һанап, хужаһы менән иҫәп-хисап яһаһын. Иреккә сығыу хаҡы шул йылдар һанына ҡарап иҫәпләнһен, ул хаҡ ялланып эшләүсенең эш хаҡы кеүек хисапланһын. 51Әгәр ҙә ҡалған йылдарҙың һаны күп ҡалһа, был кеше үҙенең иреккә сығыуы өсөн хаҡты, шул йылдар һанына ярашлы, күберәк түләргә тейеш. 52Ә инде Яңырыу йылына саҡлы бер нисә генә йыл ҡалһа, йолом хаҡын ошо йылдар һанына ярашлы иҫәпләһен һәм түләһен. 53Хужа өсөн ул бер йылға ялланған эшсе һымаҡ булырға тейеш. Килмешәк хужаһы һинең алда уға рәхимһеҙ хакимлыҡ итмәһен. 54Әгәр ҙә һатылған ҡәрҙәшегеҙ шул рәүешле иреккә сығыу хаҡын түләп йолоп алынмаһа, балалары менән бергә Яңырыу йылында азат булыр, 55сөнки Исраил халҡы – Минең ҡолдарым. Мысыр еренән алып сыҡҡан ҡолдарым улар Минең. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Currently Selected:
Левиҙәр 25: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: