YouVersion Logo
Search Icon

Левиҙәр 24

24
Раббы хозурында янған ут
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына бойороҡ бир: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн, ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр. 3Һарун майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында Килешеү һандығының пәрҙәһе тышында кистән алып иртәнсәккә тиклем һәр ваҡыт яныуын хәстәрләһен. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. 4Пак шәмдәлдәге майшәмдәр Раббы ҡаршыһында һәр саҡ янып торорға тейеш.
Раббыға килтерелгән икмәк
5Иң яҡшы ондан ун ике икмәк бешер. Һәр икмәккә эфаның ундан ике өлөшө күләмендә он тотонолһон. 6Уларҙы Раббы хозурына алтышарҙан ике рәт итеп пак өҫтәлгә теҙеп һал. 7Икмәк саҙаҡаларының өҫтөнә таҙа ладан ҡуй. Икмәктәр өҫтөндәге ладан Раббы өсөн ут ҡорбаны, икмәк урынына яндырыла торған иҫтәлек өлөшө булһын. 8Был икмәк Исраил халҡынан, мәңгелек килешеүҙе үтәү өсөн, Раббы хозурына һәр шәмбе һайын һалынырға тейеш. 9Ул Һарун менән улдарына булыр. Уны изге урында ашаһындар, сөнки улар Раббыға бағышланған ут ҡорбандарының изгеләрҙән-изгеһе, Һарун улдарының мәңгелек өлөшө.
Раббыны хурлаусы тураһында ҡанун
10-11Дан ырыуынан Диври тигән кешенең ҡыҙы Шеломиҫ Мысыр кешеһендә кейәүҙә ине. Бер көндө тупламда уларҙың улы бер Исраил ире менән ыҙғышып китте лә Раббының исемен ҡарғаны. Уны Мусаға алып килделәр 12һәм Раббының ихтыяры билдәле булғанға тиклем һаҡ аҫтына ултырттылар.
13Раббы Мусаға әйтте:
14– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен. 15Исраил халҡына белдер: кем Аллаһын ҡарғай, гонаһы өсөн яза аласаҡ. 16Раббы исемен хурлаусы мотлаҡ үлтерелһен. Килмешәкме, ерле халыҡтанмы, бөтә йәмғиәт тарафынан таш бәреп үлтерелһен.
17Кеше үлтергән әҙәм мотлаҡ үлемгә дусар ителһен. 18Берәй кеше икенсе берәүҙең малын үлтерә икән, килтерелгән зыян өсөн үҙенең малын бирергә тейеш: йән өсөн – йән. 19Берәүҙе имгәткән кешенең үҙе менән дә шулай уҡ эшләргә кәрәк: 20һөйәккә – һөйәк, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, кешегә ниндәй зыян килтергән, үҙенә лә шулай булһын. 21Мал үлтергән әҙәм зыянды мал биреп ҡаплар, ә кеше үлтергән өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен. 22Килмешәккә лә, ерле халыҡҡа ла хөкөмөгөҙ бер булһын, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.
23Муса был һүҙҙәрҙе Исраил халҡына иғлан иткәндән һуң, исраилдар Раббыны ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә алып сығып таш бәреп үлтерҙе. Шулай итеп, улар Раббының Мусаға биргән бойороғон еренә еткереп үтәне.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for Левиҙәр 24