Левиҙәр 22
22
Изге ризыҡ хаҡында ҡанун
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Һарунға һәм улдарына әйт, Исраил халҡының Миңә бағышлаған изге ризыҡтары менән һаҡ булһындар, изге исемемде хурламаһындар. Мин – Раббы. 3Әйт уларға: быуындан-быуынға тоҡомоғоҙҙан берәйһе Исраил халҡының Раббыға бағышлаған изге әйберҙәренә нәжес килеш яҡынлаһа, уны хозурымдан алып ташлаясаҡмын. Мин – Раббы.
4Һарун тоҡомонан берәй кеше тире ауырыулы, йәки ағынтылы булһа, таҙарынғанға тиклем изге ризыҡты ашамаһын. Үләкһәгә тейгән өсөн нәжес һаналған берәй нәмәгә ҡағылған, мәнейе аҡҡан, 5кешене нәжесләй торған мыжғып йөрөгән йәнлектәрҙең береһенә йәки ниндәй ҙә булһа сәбәптән нәжес һаналған кешегә ҡағылһа, 6кискә тиклем нәжес һаналыр. Йыуынмай тороп изге ризыҡты ашамаһын. 7Әммә ҡояш байығандан һуң таҙа һаналыр, изге аҙыҡ ашай алыр, сөнки был – уның ризығы.
8Үҙе үлгән, йә йыртҡыстан таланып үлгәнде ашап, үҙен нәжесләмәһен. Мин – Раббы. 9Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.
10Килтерелгән изге ризыҡты ҡаһиндың ғаиләһенән башҡа бер кеше лә ашарға тейеш түгел; ҡаһиндың ҡунағы ла, ялсыһы ла изге ризыҡты ашамаһын. 11Ләкин ҡаһиндың аҡса түләп һатып алған ҡоло йәки уның йортонда тыуғандар был ризыҡты ашай ала. 12Ҡаһиндың ҡыҙы ҡаһин булмаған кешегә кейәүгә сыҡһа, изге саҙаҡаларҙан ашамаһын. 13Әммә балаһыҙ килеш тол ҡалып йәки иренән айырылып атаһы йортона кире ҡайтҡан ҡаһин ҡыҙы үҫмер сағындағы һымаҡ атаһының ризығын ашар. Ә сит кешеләрҙән бер кем дә ашамаһын.
14Әгәр берәйһе яңылышлыҡ менән изге ризыҡты ашаған икән, ул кеше изге ризыҡтың хаҡын ҡаһинға ҡайтарып бирергә һәм шуның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләргә тейеш. 15Ҡаһиндар Исраил халҡының Раббыға килтергән изге ризыҡтарын хурламаһындар. 16Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин.
Ҡорбан итеп килтерергә яраҡлы хайуандар
17Раббы Мусаға былай тине:
18– Һарунға, улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: исраилдарҙанмы, араларында йәшәгән килмешәктәрҙәнме, берәйһе нәҙер әйтеп йәки нәфел буйынса Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә икән, 19ҡабул ителһен өсөн ҡорбаны кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ, йә һарыҡ, йә кәзә тәкәһе булһын. 20Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк. 21Кем дә кем нәҙерен үтәп йәки нәфел буйынса Раббыға татыулыҡ ҡорбаны булараҡ эре йәки ваҡ мал килтерһә, ҡабул ҡылынһын өсөн, мал кәмселекһеҙ булырға тейеш. Бер ниндәй кәмселеге лә булмаһын. 22Һуҡыр, ғәрип, имгәнгән, яралы, ҡутырлы йәки тимрәүле булһа, ундайҙарҙы Раббыға алып килмәгеҙ; Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағына һалмағыҙ. 23Ағзалары иләмһеҙ оҙон йәки үтә ҡыҫҡа булған башмаҡты йәки һарыҡты нәфел ҡорбанына тәҡдим итергә мөмкин, нәҙерҙе үтәү өсөн булһа, ҡабул ителмәҫ. 24Күкәйе зыянланған, һытылған, өҙөлгән йәки киҫелгән малды Раббыға алып килмәгеҙ. Илегеҙҙә быны эшләргә юл ҡуймағыҙ. 25Бындайҙарҙы сит халыҡтарҙан алып ризыҡ саҙаҡаһы булараҡ Аллағыҙға тәҡдим итмәгеҙ, сөнки был хайуан зәғиф, уның кәмселеге бар, ул һеҙҙән ҡабул ителмәҫ.
26Раббы Мусаға былай тине:
27– Быҙау, һарыҡ йәки кәзә бәрәсе тыуһа, улар ете көн буйы инәһе янында ҡалһын. Һигеҙенсе көндән башлап уны Раббыға ут ҡорбаны итергә ярай. 28Әммә һыйырҙы быҙауы, кәзә-һарыҡты бәрәсе менән бер көндө салмағыҙ. 29Әгәр Раббыға шөкөр саҙаҡаһы килтерәһегеҙ икән, был ҡорбан Раббы тарафынан һеҙҙең хаҡҡа ҡабул ителерлек булһын. 30Итен шул көндө үк ашағыҙ, иртәнсәккә тиклем ҡалдырмағыҙ. Мин – Раббы.
31Бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ. Мин – Раббы. 32Изге исемемде хурламағыҙ, Исраил халҡы Минең изгелегемде танырға тейеш. Мин – Раббы, һеҙҙе изге итеүсе. 33Аллағыҙ булыр өсөн Мин һеҙҙе Мысыр еренән алып сыҡтым. Мин – Раббы.
Currently Selected:
Левиҙәр 22: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: