Левиҙәр 2
2
Икмәк саҙаҡаһы
1Берәйһе Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтерһә, ҡорбаны иң яҡшы ондан булһын. Уға зәйтүн майы ҡойһон, хуш еҫле сайыр – ладан һалһын һәм 2Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. 3Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.
4Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын. 5Әгәр саҙаҡаң йәйләүҙә бешерелгән икмәк булһа, уны зәйтүн майына баҫылған яҡшы ондан сөсө икмәк итеп бешер. 6Уны һыныҡтарға бүлеп, өҫтөнә зәйтүн майы ҡой. Был – икмәк саҙаҡаһы. 7Әгәр саҙаҡаң көршәктә бешерелгән икән, ул зәйтүн майына баҫылған иң яҡшы ондан булһын. 8Ошолай әҙерләнгән икмәк саҙаҡаһын Раббыға бирер өсөн ҡаһинға алып кил. Ҡаһин уны ҡорбан усағына килтерер. 9Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. 10Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.
11Раббыға килтерә торған икмәк саҙаҡаларының береһе лә әсеткеле ҡамырҙан бешерелмәһен, сөнки Раббыға ут ҡорбаны итеп әсетке лә, бал да яндырылырға тейеш түгел. 12Уларҙы Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны итеп килтерә алаһығыҙ, әммә хуш еҫ сығарыр өсөн усаҡҡа һалмағыҙ. 13Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма.
14Әгәр ҙә Раббыға тәүге уңыштан икмәк саҙаҡаһы килтерәһең икән, ул беренсе башаҡтарҙан булһын. Уларҙы утта ҡыҙҙырып, төйөп алып кил. 15Өҫтөнә зәйтүн майы ҡой, хуш еҫле ладан һал. Был – икмәк саҙаҡаһы. 16Ҡаһин бер аҙ төйөлгән ашлыҡ һәм зәйтүн майының бер өлөшөн, бөтә хуш еҫле сайыр менән бергә, иҫтәлек өлөшө итеп яндырһын. Был – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.
Currently Selected:
Левиҙәр 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: