YouVersion Logo
Search Icon

Левиҙәр 19

19
Дини һәм әхлаҡи ҡанундар
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен. 3Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын.
4Боттарға табынмағыҙ, үҙегеҙгә ҡойолма илаһтар яһамағыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
5Раббыға татыулыҡ ҡорбаны килтерәһегеҙ икән, ҡабул ителерҙәйҙе килтерегеҙ. 6Ҡорбан итен салынған көнөндә йәки иртәгәһенә ашағыҙ. Өсөнсө көнгә артып ҡалғаны яндырылһын. 7Әгәр уны кем дә булһа өсөнсө көндө ашай икән, ул ҡорбан ҡабул булмаҫ, был – нәжес ит. 8Уны ашаған кеше ғәйебе өсөн яза алыр, сөнки ул Раббының изгеһен бысратты, шуға күрә халҡы араһынан ҡыуылыр.
9Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта ситенә тиклем урмағыҙ һәм ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. 10Баҡсағыҙҙағы йөҙөмдө лә тотош йыймағыҙ, ҡойолғандарын алмағыҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм мосафирҙарға ҡалдырығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
11Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ. 12Аллағыҙҙың исемен хурламаҫ өсөн, Минең исемем менән ялған ант итмәгеҙ. Мин – Раббы.
13Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма. 14Һаңғырауҙы ҡәһәрләмә, һуҡырҙың алдына абындырыр әйбер ҡуйма. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.
15Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит. 16Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.
17Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә. 18Үҙ халҡыңдан булған бер кемдән дә үс алма, һис кемгә ҡарата кенә тотма. Яҡыныңды үҙеңде яратҡан һымаҡ ярат. Мин – Раббы.
19Минең күрһәтмәләремде тот. Төрлө тоҡомло малды тороҡторма, баҫыуыңа ике төрлө орлоҡ сәсмә, өҫтөңә ике төрлө ептән һуғылған кейем кеймә.
20Әгәр берәй ир икенсе кешенең ҡоло булған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылһа, ә ҡолиә йәрәшелгән булһа, әммә уның өсөн әлегә йолом түләнмәгән йәки ул азат ителмәгән булһа, ир кеше килтерелгән зыянды ҡаплаһын. Улар үлемгә тарттырылмаһын, сөнки ҡатын ирекле түгел. 21Ир кеше Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына ғәйеп ҡорбаны итеп һарыҡ тәкәһе килтерһен. 22Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны булған тәкәне тәҡдим итеп, Раббы хозурында уны пакландырыу йолһын башҡарһын һәм ул кешенең гонаһы ярлыҡанһын.
23Ҡәнғән еренә килгәс, ниндәй ҙә булһа емеш ағасы ултыртһағыҙ, тәүге өс йылда уның емештәрен ашамағыҙ, өс йыл буйы емештәрҙе ашарға яраҡлы түгел тип һанағыҙ, уларҙы ашамағыҙ. 24Дүртенсе йылда ағастың бөтә емеше изге булыр, был – Раббыға шөкөр саҙаҡаһы. 25Бишенсе йылда иһә ул ағастың емешен ашай алаһығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, уңышығыҙ артҡандан арта барасаҡ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
26Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ. 27Сикә сәстәрегеҙҙе киҫмәгеҙ, һаҡалығыҙҙы тигеҙләп ҡырҡмағыҙ. 28Үлгән кеше иҫтәлегенә тәнегеҙгә бер ниндәй йәрәхәт тә һалмағыҙ, тирегеҙгә тамға яҙмағыҙ. Мин – Раббы.
29Ҡыҙыңды фәхешлек ҡылырға мәжбүр итеп, мәсхәрәгә ҡалдырма. Юҡһа илдә зинасылыҡ таралыр һәм ул боҙоҡлоҡ менән тулыр. 30Шәмбе көндәремде тотоғоҙ һәм Изге торлағымды хөрмәт итегеҙ. Мин – Раббы.
31Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
32Сал сәсле өлкәндәр алдында урыныңдан тор, ҡарттарға хөрмәт күрһәт. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.
33Ерегеҙҙә килмешәк төйәкләнһә, уны йәберләмәгеҙ. 34Килмешәккә үҙегеҙҙең берегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙҙе яратҡан һымаҡ яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
35Хөкөмдә, оҙонлоҡ, ауырлыҡ һәм күләмде үлсәгәндә ғәҙел булығыҙ. 36Бизмәнегеҙ, герҙәрегеҙ, һәм башҡа үлсәүҙәрегеҙ дөрөҫ булһын. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Мин Аллағыҙ Раббымын. 37Минең бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы ғәмәл ҡылығыҙ. Мин – Раббы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in