Юныс 2
2
1Раббы Юнысты йотор өсөн ҙур балыҡ ебәрҙе. Юныс өс көн һәм өс төн буйы ошо балыҡтың ҡарынында булды.
Юныстың доғаһы
2Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы:
3– Бәләгә ҡалғас, Раббыға ялбарҙым –
Ул миңә яуап ҡайтарҙы,
Үлеләр донъяһы эсенән ҡысҡырҙым –
Тауышыма ҡолаҡ һалдың, Раббы!
4Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың,
Ян-яғымдан ағым сорнап алды;
Ташҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.
5Әйттем: «Күҙ алдыңдан ҡыуылдым»;
Ләкин Һинең изге ҡорамыңды
Күрәһеләрем әле бар икән!
6Һыуҙар алҡымымдан алды,
Әйләнә-тирәмдә – упҡын,
Башымды ылымыҡтар сорнаны.
7Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм,
Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды.
Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең,
Йәнемде упҡындан сығарҙың!
8Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс,
Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм,
Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.
9Ялған илаһтарҙы үҙ иткәндәр
Үҙҙәрен һөйөүеңдән мәхрүм итә.
10Ә мин, Һиңә шөкөр әйтеп,
Ҡорбан килтерермен,
Нәҙеремде мотлаҡ үтәрмен.
Ҡотолоу Һинән килер, йә Раббы!
11Раббының бойороуы булды, балыҡ Юнысты ҡоро ергә ҡоҫто.
Currently Selected:
Юныс 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: