Яҡуп 2
2
Һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ
1Имандаштарым, шөһрәтле Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуймағыҙ. 2Әйтәйек, һеҙҙең йыйылышҡа ҡупшы кейенгән, алтын балдаҡ таҡҡан кеше һәм шулай уҡ туҙған кейемле фәҡир килеп инде, ти. 3Әгәр бай кейемлегә иғтибар күрһәтеп: «Рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», – тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», – тип әйтһәгеҙ, 4һеҙ имандаштар араһында кеше айырған яман уйлы хөкөмдарға әүереләһегеҙ түгелме? 5Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни? 6Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөмдән хөкөмгә йөрөткән кешеләр байҙар түгелме ни? 7Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?
8 #
Лев 19:18. Изге Яҙмала әйтелгән: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ. 9Әгәр ҙә инде берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуйһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун алдында енәйәтсе булаһығыҙ. 10Кем ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле. 11#Сығ 20:14; Ҡнн 5:18.#Сығ 20:13; Ҡнн 5:17.«Зина ҡылма», – тигән Алла: «Үлтермә», – тип тә әйткән. Әгәр ҙә зина ҡылмаһаң, ләкин үлтерһәң, һин ҡанунды боҙоуҙа ғәйеплеһең. 12Азатлыҡ ҡануны буйынса хөкөм ителә торған кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ. 13Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!
Иман һәм ғәмәлдәр
14Кемдер: «Мин иманлы», – тип әйтә, ләкин ғәмәлдә күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы? 15Әгәр, имандаш ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ кейемдән һәм көндәлек ризыҡтан мәхрүм булып, 16арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» – тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа? 17Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле.
18Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен. 19Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора. 20Эй буш бәндә! Ә һин ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен күрһәтеүҙәрен теләйһеңме? 21#Баш 22:12.Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан усағына һалғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? 22Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәренә булышлыҡ иткән һәм иманы нәҡ шул ғәмәлдәре аша камиллашҡан. 23#Баш 15:6.#2 Йыл 20:7; Ишғ 41:8.Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте», – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды. 24Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана. 25#Йуш 6:22-24.Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни? 26Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ғәмәлһеҙ иман да үле.
Currently Selected:
Яҡуп 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023