Һошеяғ 8
8
Боттарға табынған Исраилдың хөкөмгә тарттырылыуы
1Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән!
Раббының йорто өҫтөндә
Гүйә бөркөт өйөрөлә –
Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо,
Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты.
2„Эй Аллам!
Беҙ, Исраил, Һине таныйбыҙ!“ – тип
Миңә ялбарырҙар.
3Исраил яҡшылыҡты инҡар итте –
Дошман эҙәрләр уны.
4Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар,
Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар.
Үҙ баштарына һәләкәт юллап,
Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.
5Эй Самария, башмаҡ һының инҡар ителде!
Асыу-ярһыуым уларға ҡаршы ялҡынланды –
Улар бер саҡ таҙарына алырҙармы?
6Был бот – Исраилдың эше,
Уны һөнәрсе яһаған,
Ул – Алла түгел!
Самарияның башмағы селпәрәмә ватылыр!
7Кем ел сәсә, шул ғәрәсәт урыр.
Башаҡта ашлыҡ булмаһа, он да булмаҫ,
Булһа ла уны яттар ашап бөтәсәк.
8Исраилды йоттолар!
Ул хәҙер ҡәүемдәр араһында
Бер файҙаһыҙ һауыт һымаҡ ҡалды.
9Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле
Ул Ашшур тарафына йүнәлде.
Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды.
10Сит ҡәүемдәргә аҡса-бүләктәр бирһә лә,
Мин хәҙер Үҙ халҡымды хөкөм өсөн йыйып алам.
Күп тә үтмәҫ, яһаҡтың ауырлығынан
Батша ла, түрәләр ҙә ҡалтырап төшөр.
11Әфраим гонаһ ҡорбаны килтерер өсөн
Бихисап ҡорбан усаҡтары эшләне.
Тик был ҡорбан усаҡтары уны гонаһҡа батырҙы.
12Мин уға бик күп ҡанундарымды яҙҙым,
Ул иһә ят нәмә һымаҡ ҡабул итте.
13Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр,
Ҡорбан итен ашайҙар.
Раббы уларҙы хуш күрмәй.
Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр,
Гонаһтарына күрә язалар,
Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.
14Бар ҡылыусыһын онотто Исраил,
Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө.
Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды.
Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм,
Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».
Currently Selected:
Һошеяғ 8: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: