Һошеяғ 13
13
Исраилға сығарылған һуңғы хөкөм
1Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо,
Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине,
Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.
2Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар,
Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар.
Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше!
Әфраимдар тураһында:
«Ҡорбан килтергән кешеләр
Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр.
3Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр,
Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр,
Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр,
Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.
4«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын.
Мысыр еренән һине алып сыҡтым.
Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең,
Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.
5Мин һиңә сүлдә,
Ҡоро ерҙәрҙә күҙ-ҡолаҡ булдым.
6Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ,
Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ.
7Һеҙҙең өсөн Мин арыҫлан булырмын,
Ҡаплан һымаҡ юлда һағалармын.
8Балаларынан мәхрүм ҡалған
Инә айыу һымаҡ һөжүм итермен,
Йөрәктәрен йыртып асырмын.
Арыҫландай һоғонормон Мин уларҙы,
Ҡырағай януар ише өҙгөсләрмен.
9Һәләк иттең үҙеңде, Исраил –
Сөнки ярҙамсың Мин генә инем.
10Ҡайҙа һинең батшаң?
Ҡалаларыңда, әйҙә, һине ҡотҡарһын.
„Миңә батша менән башлыҡтар бир“, –
Тип таптырған хакимдарың ҡайҙа?
11Асыулы сағымда Мин һиңә батша бирҙем,
Ярһығанда уны тартып алдым.
12Әфраимдың ғәйебе төйөнгә төйнәлгән,
Уның гонаһы хәтерҙән юйылмаған.
13Тулғаҡ мәле еткәс,
Ул – аҡылһыҙ бала! –
Тыуымға килеп етә алмайса аҙаплана.
14Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы?
Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы?
Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең?
Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа?
Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем!
15Әфраим үҙ туғандары араһында
Иң түллеһе булһа ла,
Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән
Раббы еле күтәрелер:
Шул саҡ инештәре кибер,
Шишмәләре ҡороп ҡалыр.
Хазинаһы юҡҡа сығыр,
Бар зиннәттәренән яҙыр».
Currently Selected:
Һошеяғ 13: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023