Һошеяғ 12
12
1Әфраим ел елгәрә,
Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа,
Ялған менән залимлыҡты ишәйтә,
Ашшур менән килешеү төҙөй,
Мысырға зәйтүн майы оҙата.
2Йәһүҙәгә лә Раббының дәғүәһе бар;
Ҡылған ҡылыҡтары өсөн
Яҡупҡа язаһын бирер Раббы;
Ғәмәлдәренең әжерен бирер.
3Әсә ҡарынында туғанының үксәһенән тотто,
Ир ҡоронда Алла менән алышты,
4Алла фәрештәһе менән көрәшеп еңде,
Йәш түгеп фатиха ялбарҙы!
Бейт-Илдә Алла менән осрашты,
Унда Алла беҙҙең менән һөйләште.
5Раббы – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы –
Уның исеме – Раббы.
6Шуға күрә лә һин, Яҡуп нәҫеле, Аллаңа ҡайт,
Мөхәббәт һәм ғәҙеллекте һаҡла,
Һәр даим Аллаға өмөт бағла.
7«Ҡулына алдаҡ үлсәү тотҡан сауҙагәр
Кешене отоуҙы яҡшы күрә.
8Әфраим былай ти:
„Ысынлап та мин байыным, мал таптым;
Бөтә ҡаҙанышымда гонаһ тип һаналырҙай
Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алмаҫтар“.
9Әммә Мин Раббы Мысыр ерендә үк
Һинең Аллаң булдым.
Яңынан Мин һине байрам көнөндәге һымаҡ,
Сатырҙарҙа йәшәтермен.
10Пәйғәмбәрҙәргә әйттем,
Бик күп күренмештәр бирҙем,
Пәйғәмбәрҙәр аша ғибрәтле хикәйәләр һөйләнем.
11Ғилғәд – золом,
Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ.
Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар,
Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары
Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә
Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».
12Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне,
Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне –
Мал көткәйне.
13Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды
Мысыр иленән сығарҙы,
Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.
14Раббыны Әфраим бик ныҡ ярһытты:
Бөйөк Хакимы ул түккән ҡанды үҙенең башына төшөрөр,
Үҙен һанламаған өсөн әжерен бирер.
Currently Selected:
Һошеяғ 12: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023