Һошеяғ 11
11
Раббының Исраилға мөхәббәте
1«Исраилды бала сағынан яраттым,
Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.
2Әммә уларҙы саҡырыуҙары булды – Минән киттеләр,
Бәғелдәргә ҡорбан салдылар,
Боттарға хуш еҫ төтәттеләр.
3Мин Әфраимды атларға өйрәттем,
Уны ҡул өҫтөмдә йөрөттөм,
Әммә ул Мин дауалағанды белмәне.
4Рәхимле бауҙар,
Һөйөү арҡандары менән әйҙәнем –
Муйынынан ҡалыбын һалдырҙым,
Эйелеп ашарға бирҙем.
5Мәгәр Минән ситкә боролоғанға,
Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы?
Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?
6Ҡалалары өҫтөндә ҡылыс ялтырар,
Ҡаһиндарын ҡыйыр, ниәттәрен йотор.
7Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа,
Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр,
Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ.
8Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим?
Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил?
Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем?
Нисек һине Севоимдай итәйем?
Йөрәгем тулғана,
Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.
9Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам,
Әфраимды йәнә харап итмәм,
Сөнки Мин Алламын, кеше түгел,
Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен –
Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.
10Улар арыҫландай ырылдаған
Раббы артынан эйәрер.
Раббының үкереп ебәреүе булыр –
Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.
11Ҡоштар кеүек, ҡоттары осоп Мысырҙан,
Күгәрсендәй Ашшур иленән ҡайтырҙар.
Шул саҡ уларҙы өйҙәрендә төйәкләндерәм.
Раббы шулай тип белдерә.
Раббының Исраил менән Йәһүҙәне ғәйепләүе
12Әфраим Мине ялған менән,
Исраил нәҫеле мәкер менән уратты.
Йәһүҙә генә әлегә Алла юлынан йөрөй,
Изге Аллаға ул тоғро ҡалды».
Currently Selected:
Һошеяғ 11: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Һошеяғ 11
11
Раббының Исраилға мөхәббәте
1«Исраилды бала сағынан яраттым,
Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.
2Әммә уларҙы саҡырыуҙары булды – Минән киттеләр,
Бәғелдәргә ҡорбан салдылар,
Боттарға хуш еҫ төтәттеләр.
3Мин Әфраимды атларға өйрәттем,
Уны ҡул өҫтөмдә йөрөттөм,
Әммә ул Мин дауалағанды белмәне.
4Рәхимле бауҙар,
Һөйөү арҡандары менән әйҙәнем –
Муйынынан ҡалыбын һалдырҙым,
Эйелеп ашарға бирҙем.
5Мәгәр Минән ситкә боролоғанға,
Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы?
Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы?
6Ҡалалары өҫтөндә ҡылыс ялтырар,
Ҡаһиндарын ҡыйыр, ниәттәрен йотор.
7Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа,
Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр,
Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ.
8Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим?
Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил?
Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем?
Нисек һине Севоимдай итәйем?
Йөрәгем тулғана,
Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.
9Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам,
Әфраимды йәнә харап итмәм,
Сөнки Мин Алламын, кеше түгел,
Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен –
Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.
10Улар арыҫландай ырылдаған
Раббы артынан эйәрер.
Раббының үкереп ебәреүе булыр –
Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.
11Ҡоштар кеүек, ҡоттары осоп Мысырҙан,
Күгәрсендәй Ашшур иленән ҡайтырҙар.
Шул саҡ уларҙы өйҙәрендә төйәкләндерәм.
Раббы шулай тип белдерә.
Раббының Исраил менән Йәһүҙәне ғәйепләүе
12Әфраим Мине ялған менән,
Исраил нәҫеле мәкер менән уратты.
Йәһүҙә генә әлегә Алла юлынан йөрөй,
Изге Аллаға ул тоғро ҡалды».
Currently Selected:
:
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023