Ғивриҙәргә 8
8
Яңы килешеүҙең Баш Ҡаһины
1Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙә иң мөһиме шул: күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған Баш Ҡаһиныбыҙ бар. 2Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә. 3Һәр баш ҡаһин бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Ҡаһиныбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине. 4Әгәр ерҙә булһа, Ул ҡаһин булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде. 5#Сығ 25:40.Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән. 6Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.
7Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине. 8#Йер 31:31-34.Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә:
«Бына, шундай көндәр килә, – ти Раббы, – Мин Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән Яңы килешеү төҙөрмөн. 9Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡанда төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, – ти Раббы. –
10Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.
11Бер кем дә икенсе берәүҙе йәки туғанын: „Раббыны танып бел!“ – тип өйрәтмәҫ. Олоһонан алып кесеһенә тиклем барыһы ла Мине танып белер. 12Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм».
13Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе кәрәге бөтә барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.
Currently Selected:
Ғивриҙәргә 8: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023