Хаггай 2
2
Яңы ҡорам күркәмерәк һәм данлыраҡ булыр
1Етенсе айҙың егерме беренсе көнөндә Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:
2– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа, халыҡтың иҫән ҡалғандарына әйт:
3«Арағыҙҙа ҡайһығыҙ Раббы йортон әүәлге шөһрәтендә күрҙе? Хәҙер һеҙ уны ниндәй хәлдә күрәһегеҙ? Ул һеҙгә юҡ-бар кеүек кенә булып күренмәйме?
4Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ. 5Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»
6Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
«Тағы бер аҙҙан Мин күк менән ерҙе,
Диңгеҙ менән ҡоро тупраҡты тетрәтәсәкмен.
7Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм,
Уларҙың хазинаһы бында ағылыр,
Мин был Йортто данға күмәсәкмен».
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.
8«Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
9Был йорт элеккенән шөһрәтлерәк булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Мин был урынға тыныслыҡ бирәм», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Хәләл һәм хәрәм тураһында
10Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, туғыҙынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Хаггай пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:
11– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡаһиндарҙан ошондай хәлгә баһа биреүен һора. 12Кемдер берәү хәләл итте кейеменең итәгенә төрөп алып китеп бара, ти, һәм итәге менән икмәккә, өйрәгә, шарапҡа, зәйтүн майына йәки башҡа төр аҙыҡҡа ҡағылды, ти. Был ризыҡ хәләл булырмы?»
– Юҡ, – тине ҡаһиндар.
13– Әгәр ҙә был ризыҡҡа мәйеткә ҡағылып нәжесләнгән кеше тейһә, был аҙыҡ хәрәм булырмы? – тип һораны Хаггай.
– Хәрәм булыр, – тине ҡаһиндар.
14Шул сағында Хаггай былай тине:
– Раббы: «Минең алдымда был кешеләр, был халыҡ та ана шулай, – тип белдерә, – уларҙың бар ғәмәлдәре лә, килтергән бөтә ҡорбандары ла – хәрәм.
Раббының бәрәкәт бирәсәге
15Бөгөнгө көндән алып артабан нимә булырын күҙәтегеҙ. Раббы йортона нигеҙ ташы һалынғансы, 16эштәрегеҙ нисек бара ине? Егерме үлсәм иген алам тип келәткә барҙыниһәң – бары ун ғына, илле үлсәм шарап һоҫам тип йөҙөм һыҡҡысҡа барҙыниһәң – унда бары егерме үлсәм генә була торғайны.
17Мин һеҙгә ҡыуан ел, боҙ-борсаҡ ебәрҙем, сәсеүлегегеҙҙе үңәҙ ҡырҙы, хеҙмәт емештәрегеҙҙе харап иттем, ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – 18Бынан ары туғыҙынсы айҙың егерме дүртенсе көнөнән, Раббы йортона нигеҙ һалынған көндән, алып, һеҙҙең менән нимә булырын күҙәтегеҙ.
19Келәттәрҙә орлоҡ ҡалғанмы ни? Йөҙөм дә, инжир ҙә, анар менән зәйтүн ағасы ла әлегәсә емеш бирә алманы. Ләкин бынан ары Мин уларға бәрәкәт яуҙырасаҡмын».
Зеруббавелға бирелгән вәғәҙә
20Айҙың егерме дүртенсе көнөндә Хаггайға йәнә Раббы һүҙе булды:
21– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт:
«Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен.
22Батша тәхеттәрен түңкәрәм,
Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам,
Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам,
Бер-береһенә ҡаршы алышта
Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.
23Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин һине, ҡолом Минең Шеалтиил улы Зеруббавел, алырмын, мөһөр йөҙөгө кеүек итермен, сөнки һине һайланым». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә.
Currently Selected:
Хаггай 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: