Галаттарға 4
4
1Шуны әйтмәксемен: вариҫ, сабый сағында бөтә нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай. 2Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона. 3Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъяның идара итеүсе көстәре ҡоллоғонда инек. 4Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған. 5Ул, ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде. 6Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба#4:6 Абба – арами телендә «атай» тигәнде аңлата., Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе. 7Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Балаһы икәнһең, вариҫ һымаҡ, Алланың вәғәҙә иткәнен уртаҡлашырһың.
Галатия кешеләре тураһында хәстәрлек
8Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, ысынында алла булмаған ялған илаһтарҙың ҡоло инегеҙ. 9Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ? 10Һеҙ тәғәйен бер көндәрҙе, айҙарҙы, йылдарҙы һәм байрамдарҙы билдәләйһегеҙ. 11Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.
12Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүекмен. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ. 13Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ. 14Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ. 15Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ. 16Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә? 17Был кешеләр һеҙгә ҙур иғтибар бүлә, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы теләйҙәр. 18Яҡшы ниәт менән ҡыҙыҡһыныу һәйбәт, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине. 19Балаларым, һеҙҙә Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм. 20Әле янығыҙҙа булырға һәм башҡасараҡ һөйләргә теләр инем, сөнки мин, һеҙҙең хаҡта ишетеп, аптырауҙа ҡалдым.
Хәжәр менән Сараның өлгөһө
21Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә? 22#Баш 16:15; 21:2-3.Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған. 23Әммә ҡолдан тыуғаны тәбиғи рәүештә донъяға килһә, ирекле ҡатындан булғаны – Алланың вәғәҙәһе буйынса тыуған бала. 24Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡоллоҡ өсөн балалар тыуҙыра, ул – Хәжәр. 25Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта. 26Ә күктәге Йәрүсәлим ирекле, ул – беҙҙең әсәбеҙ. 27#Ишғ 54:1.Изге Яҙмала былай тип яҙылған:
«Бала тапмаған, түлһеҙ ҡатын, һөйөн!
Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, ҡыуаныстан ҡысҡыр!
Сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары
ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк».
28Һеҙ иһә, имандаштар, – Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар. 29Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай. 30#Баш 21:10.Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Ҡол ҡатындың улы ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ». 31Беҙ иһә, имандаштар, – ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары.
Currently Selected:
Галаттарға 4: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023