Галаттарға 1
1
Сәләмләү
1Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан, 2минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм. 3Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын. 4Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте. 5Аллаға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.
Һөйөнөслө Хәбәр берәү генә
6Мәсихтең мәрхәмәте менән һеҙҙе саҡырып алған Алланан йөҙ бороп, тиҙ генә ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ мине ғәжәпләндерә. 7Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, ҡайһы бер кешеләр Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләй. 8Хатта үҙебеҙ йәки күктәге берәй фәрештә беҙ вәғәзләгәндән башҡа икенсе берәй һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, уға ҡарғыш төшһөн. 9Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын! 10Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.
Паулустың илселеге
11Имандаштар, шуны белегеҙ: мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр кеше уйҙырмаһы түгел, 12мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, мин уны Ғайса Мәсихтән килгән асылыштан алдым. 13Һеҙҙең йәһүд динендә булғанымда нисек йәшәгәнемде лә, Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрләгәнем һәм юҡ итергә тырышҡанымды ла, 14ата-бабаларыбыҙ йолаларына мөкиббән бирелеп, халҡым араһында йәһүд динен тотҡан күп йәштәштәремә ҡарағанда алдынғыраҡ булғанымды ла ишеткәнегеҙ бар. 15-16Әммә әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миңә күрһәтеп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн саҡырып алған. Тик мин бер кеше менән дә кәңәшләшмәйенсә 17һәм Йәрүсәлимгә, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым.
18Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Йәрүсәлимгә Кефас#1:18 Кефас – Шимғон Петрустың арами телендәге исеме. менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым. 19Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем. 20Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел. 21Шунан һуң мин Сүриә һәм Киликия ерҙәренә киттем. 22Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине күреп белмәйҙәр ине. 23Минең турала улар, ҡасандыр үҙҙәрен эҙәрлекләгән кеше үҙе юҡ итергә тырышҡан иманды хәҙер үҙе үк вәғәзләй, тип кенә ишеткәндәр. 24Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.
Currently Selected:
Галаттарға 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023