Сығыу 33
33
Хоревтан китергә әҙерләнеү
1Раббы Мусаға:
– Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. – 2Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам. 3Һөт һәм бал ағып ятҡан шул ергә барығыҙ. Әммә һеҙ – тиҫкәре халыҡ, шуға күрә Үҙем һеҙҙең менән бармайым, юҡһа юл ыңғайында һеҙҙе харап итеүем бар.
4Кешеләр, был янау һүҙҙәрен ишеткәс, ҡайғыға батты. Бер кем дә биҙәнеү әйберҙәре таҡманы.
5Раббы Мусаға былай тигәйне:
– Исраил халҡына еткер: һеҙ – тиҫкәре халыҡ, әгәр ҙә Мин саҡ ҡына һеҙҙең менән барһам, ҡырып бөтөрәсәкмен! Биҙәнеү әйберҙәрен сисеп ташлағыҙ. Ә Мин һеҙҙең менән ни эшләргә икәнен Үҙем ҡарармын.
6Шунда, Хорев тауы итәгендә, Исраил халҡы биҙәнеү әйберҙәрен систе һәм башҡаса таҡманы.
Мусаның махсус сатырҙа Алла менән осрашыуы
7Муса тупламдан ситкәрәк китеп сатыр ҡорҙо һәм уны «осрашыу сатыры» тип атаны. Раббынан берәй нәмә һорарға теләгән һәр кем тупламдан ситтә ҡоролған ул сатырға килә ине. 8Муса сатырға табан йүнәлһә, барыһы ла үҙ сатырҙары ауыҙына баҫып, Муса сатырға ингәнсе артынан ҡарап ҡала торғайны. 9Муса сатырға ингәс, болот бағанаһы аҫҡа төшә, сатырға ингән ерҙә алдына тора, Раббы Муса менән һөйләшә. 10Болот бағанаһын күреп, бөтәһе лә үҙ сатырҙары алдында сәждә ҡыла. 11Раббы Муса менән йөҙмә-йөҙ, дуҫтарса һөйләшә. Шунан Муса тупламға ҡайта, ә Мусаның ярҙамсыһы Нун улы Йушағ сатырҙа ҡала – уны ташлап китмәй.
12Муса Раббыға былай тине:
– Һин миңә был халыҡты ары алып китергә ҡуштың, ләкин минең менән кемде ебәреүеңде әйтмәнең. Исемең менән беләм һине, тинең, күңелемә күркәмһең, тинең. 13Әгәр ысынлап та шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит!
14– Һинең менән Үҙем барам һәм һиңә тыныслыҡ бирәм, – тип яуапланы Раббы.
15Муса былай тине:
– Әгәр ҙә Һин беҙҙең менән бармаһаң, беҙҙе бынан китергә мәжбүр итмә. 16Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.
17Раббы Мусаға:
– Мин был үтенесеңде лә үтәйем, сөнки һин Минең күңелемә хушһың һәм Мин һине исемең менән беләм, – тип яуапланы.
18– Зинһар, Һин миңә Үҙеңдең шөһрәтеңде күрһәт, – тип үтенде Муса.
19Раббы:
– Мин бөтә шөһрәтемде һинең алдан үткәрермен,
Һинең алда «Раббы» исемен иғлан итермен.
Кемгә теләһәм, шуға ҡарата рәхимлемен,
Кемгә теләһәм, шуға шәфҡәт күрһәтермен, –
тип вәғәҙә итте.
20– Ләкин һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, – тине Раббы Мусаға. – Кеше, Мине күреп, иҫән ҡала алмай.
21– Бында, Минең эргәмдә, бер урын бар, – тине Раббы. – Шунда ҡая өҫтөнә баҫ. 22Шөһрәтем эргәңдән үтеп барғанда, Мин һине шул ҡая егенә йәшерермен һәм ҡулым менән ҡаплармын. 23Үтеп киткәс, ҡулымды алырмын. Һин Мине арттан ғына күрерһең, әммә йөҙөмдө күрә алмаҫһың.
Currently Selected:
Сығыу 33: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: