YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 32

32
Алтын башмаҡ
1Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла:
– Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.
2Һарун уларға:
– Ҡатындарығыҙҙың, ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡолағынан алтын алҡаларын һалдырып алып килегеҙ, – тип бойорҙо.
3Кешеләр Һарунға алтын алҡаларын сисеп бирҙе. 4Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр:
– Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.
5Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә:
– Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте.
6Иртәгәһенә иртәнсәк халыҡ тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны салды. Шунан ашарға-эсергә керештеләр, артабан инде күңел асырға тотондолар.
7Шул саҡ Раббы Мусаға:
– Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо. 8Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.
9Раббы тағы:
– Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре. 10Ҡалдыр Мине: ялҡынлы асыуымды өҫтәренә түгәйем дә уларҙы юҡ итәйем. Ә һинән бөйөк халыҡ хасил итермен, – тине.
11Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы.
– Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана? 12Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә! 13Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.
14Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты.
15Муса боролдо ла тауҙан төшә башланы. Ул ҡулына ике яғына ла килешеү һүҙҙәре яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. 16Уларҙы Алла Үҙе эшләне, ундағы яҙыуҙарҙы ла Үҙе уйып яҙҙы.
17Йушағ, кешеләрҙең ҡысҡырышҡанын ишетеп, Мусаға:
– Тупламда һуғыш шауы ишетелә, – тине.
18Муса былай тип яуапланы:
– Был еңеү ауазы түгел,
Еңелеү иңрәүе лә түгел был!
Мин типтереү йырҙары ишетәм!
19Тупламға яҡынайыу менән Муса үгеҙ башмаҡ һынын, халыҡтың бейешкәнен күрҙе. Асыуы ялҡынланып, ҡулындағы таҡтаташтарҙы тау итәгендә ергә күтәреп бәрҙе лә улар селпәрәмә килеп ватылды. 20Халыҡ яһаттырған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙы, туҙанға әйләнгәнсе онтаны. Онтағын һыуға һибеп, уны исраилдарға эсерҙе.
21– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.
22– Асыуланма, хакимым! Был кешеләрҙең яһиллыҡҡа әүәҫлеген үҙең беләһең. 23Улар миңә: «Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», – тинеләр. 24Мин уларға: «Кемегеҙҙә алтын бар, килтерегеҙ», – тинем. Алып килделәр. Мин алтынды утҡа ташланым да бына ошо үгеҙ башмаҡ килеп сыҡты.
25Муса халыҡтың бәйҙән ысҡынғанын, Һарундың дошмандар алдында көлкөгә ҡалыуға юл ҡуйғанын күрҙе. 26Тупламдың ҡапҡа төбөнә баҫып, Муса:
– Кемдәр Раббы яҡлы? Минең яныма килегеҙ! – тип бойорҙо.
Бөтә Леви нәҫеле уның тирәһенә йыйылды. 27Муса уларға былай тине:
– Исраил Аллаһы Раббы әйтә: «Ҡылыстарығыҙҙы алығыҙ ҙа туплам буйлап ҡапҡанан-ҡапҡаға тиклем үтегеҙ. Һәр кем туғанын үлтерһен, дуҫын үлтерһен, күршеһен үлтерһен».
28Леви нәҫелдәре Мусаның бойороғон үтәне: был көндө өс меңгә яҡын кеше ҡырылды.
29– Бөгөн, – тине Муса, – һеҙҙең һәр берегеҙ улының һәм ағай-энеһенең йәне аша үҙен Раббы өсөн хеҙмәткә бағышланы. Бөгөн һеҙгә фатиха бирелер.
30Иртәгәһенә Муса халыҡҡа:
– Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.
31Муса, Раббы янына ҡабат барып:
– Был халыҡтың гонаһы ҡот осҡос ауыр: улар үҙҙәренә алтындан илаһ яһаған, – тине. – 32Инде ялбарам, уларҙың гонаһтарын ғәфү итә күр. Ярлыҡамаҫ булһаң, яҙып ҡуйған китабыңдан исемемде юйып ташла.
33– Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. – 34Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.
35Раббы үгеҙ башмаҡ һыны – теге, Һарун яһаған үгеҙ башмаҡ һыны өсөн – Исраил халҡын бәләгә ҡалдырҙы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in