Сығыу 16
16
Майҙә менән бүҙәнәләр
1Исраил йәмғиәте Элимдан ҡуҙғалып китте. Мысырҙан сыҡҡандың икенсе айының ун бишенсе көнөндә улар Элим менән Синай тауы араһында ятҡан Син сүленә килеп туҡтаны.
2Бында ла бөтә Исраил йәмғиәте Муса менән Һарунға дәғүә белдерә башланы.
3– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!
4Раббы Мусаға:
– Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып, бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы?
5Ә алтынсы көндө йыйғандарын әҙерләй башлағас, ул башҡа көндәрҙәгенән ике тапҡырға күберәк булыр.
6Муса менән Һарун Исраил халҡына:
– Бөгөн кис һеҙҙе Мысырҙан Раббы сығарғанын белерһегеҙ, – тинеләр. – 7Ә иртәнсәк Раббының шөһрәтен күрерһегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең Үҙенән зарланғанығыҙҙы ишетте. Ә беҙ шул тиклем кем? Ниңә беҙ икәүгә дәғүә белдерәһегеҙ?
8– Бөгөн кис Раббы һеҙгә ризыҡланырға ит, ә иртәнсәк туйғансы ашарлыҡ икмәк бирер, сөнки Ул Үҙенә ҡаршы һуҡранғанығыҙҙы ишетте, – тине Муса. – Ә беҙ шул тиклем кем? Беҙгә түгел, Раббыға ҡаршы һүҙ әйтәһегеҙ һеҙ!
9Муса Һарунға былай тине:
– Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйт: Раббы хозурына баҫһындар, сөнки Раббы уларҙың ризаһыҙлығын ишеткән.
10Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде.
11Раббы Мусаға:
12– Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ.
13Кисен туплам өҫтөнә бүҙәнәләр осоп килеп тулды, иртәнсәк туплам тирәләй ысыҡ төштө. 14Ысыҡ кипкәс, сүл өҫтөн бәҫ һымаҡ ваҡ ҡына ярма кеүек нәмә ҡаплап алғанын күрҙеләр. 15Быны күреп, исраилдар бер-береһенән: «Нимә был?» – тип һораша башланылар.
– Раббы һеҙгә ризыҡ итеп биргән икмәк был, – тине Муса уларға. – 16Раббының һеҙгә бойороғо шундай: һәр кем ашап бөтөрлөк кенә йыйһын – сатырҙағы йән башына берәр ғомерҙан артмаһын.
17Исраилдар шулай эшләне: кемдер күберәк, кемдер әҙерәк йыйҙы, 18ләкин үлсәгәндә, күберәк йыйғандың – артығы, аҙыраҡ йыйғандың кәме булманы: һәр кем ашап бөтөрлөгөн йыйғайны.
19Муса уларға:
– Бер кем дә быны иртәгәгә ҡалдырмаһын, – тине.
20Ҡайһы берәүҙәр уны тыңламаны, йыйған тәғәмдәренең бер өлөшөн иртәнсәккә ҡалдырҙы, ләкин ул ҡортлап һаҫыны. Муса уларға асыуланды. 21Иртә һайын һәр кем ашап бөтөрлөк кенә йыйҙы. Йыйылмай ҡалғанын көндөҙ ҡояш иретеп юҡҡа сығарҙы. 22Аҙнаның алтынсы көнөндә икеләтә күберәк, кеше башына икешәр ғомер йыйҙылар. Йәмғиәт башлыҡтары был хаҡта Мусаға килеп әйткәс, 23Муса уларға:
– Быны Раббы шулай ҡушты: иртәгә – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Бөгөн теләгәнсә бешерегеҙ, теләгәнсә төшөрөгөҙ, артҡанын иртәгәгә ҡалдырығыҙ, – тине.
24Муса ҡушҡанса, артҡанын иртәгәгә ҡалдырҙылар. Был юлы ҡалдырған тәғәм һаҫыманы ла, ҡортламаны ла.
25– Быны бөгөн ашағыҙ, – тине Муса, – сөнки Раббының шәмбеһе бөгөн. Был көндө сүлдә ризыҡ таба алмаҫһығыҙ. 26Алты көн йыйығыҙ, ә етенсе көн – шәмбе; ул көндө бер нәмә лә таба алмаҫһығыҙ.
27Ҡайһы берәүҙәр аҙнаның етенсе көнөндә лә йыймаҡ булып сыҡҡайны, бер нәмә лә таба алманы.
28Раббы Мусаға:
– Ҡасанға ҡәҙәр һеҙ Минең бойороҡтарымды һәм ҡанундарымды боҙорһоғоҙ? – тине. – 29Ҡарағыҙ, Раббы һеҙгә шәмбе көнөн бирҙе. Шуға ла аҙнаның алтынсы көнөндә һеҙгә ике көнлөк икмәк ебәрә. Етенсе көндө һәр кем үҙ өйөндә ҡалһын, бер ергә лә бармаһын.
30Шул рәүешле, етенсе көндө халыҡ ял итте.
31Исраил халҡы был тәғәмде майҙә#16:31 Майҙә – йәһүд телендә – «ман». Ул «Ман һу?» – «Нимә был?» тигән мәғәнәлә. тип атаны. Ул ап-аҡ, кориандр орлоғона оҡшаған булып, тәме менән баллы йоҡа көлсәне хәтерләтә ине.
32Муса былай тине:
– Раббы: «Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта, сүлдә нимә менән ризыҡландырғанымды быуындан-быуынға күрһендәр өсөн, бер ғомер майҙәне һаҡлауға һалып ҡуйығыҙ», – тип бойорҙо.
33– Бер һауыт алып, уға бер ғомер майҙә тултыр ҙа, быуындан-быуынға һаҡлар өсөн, Раббы хозурына ултыртып ҡуй, – тине Муса Һарунға.
34Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы.
35Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды.
36Бер ғомер – эфаның#16:36 Эфа – ашлыҡ, ярма, он үлсәү берәмеге, яҡынса 22 л. ундан бер өлөшө.
Currently Selected:
Сығыу 16: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: