YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 15

15
Ҡотҡарылыу йыры
1Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы:
«Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды!
Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.
2Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам!
Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға,
Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!
3Раббы – яугир!
Исеме Уның – Раббы!
4Фирғәүендең һуғыш арбаларын,
Ғәскәрен диңгеҙгә ырғытты!
Аҫыл яугирҙәрен Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы.
5Упҡын уларҙың һәммәһен йотто;
Тәрәнлеккә таш һымаҡ киттеләр!
6Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды.
Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.
7Бөйөк шөһрәтең менән Үҙеңә ҡаршыларҙы тар-мар иттең;
Асыу утың уларҙы һалам һымаҡ көйрәтте.
8Тын өрөүеңдән һыу үрә торҙо,
Тулҡындары диуар булып ҡалҡты,
Диңгеҙ тәрәнлеге ҡатып ҡалды.
9„Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, –
Теләгәнемде табышҡа алам!
Ҡынымдағы ҡылысымды һурып,
Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“
10Һулышыңды өрҙөң – диңгеҙ уларҙы ҡапланы:
Ҡурғаш һымаҡ, тәрән һыуҙарҙа баттылар.
11Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар?
Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле,
Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?
12Уң ҡулыңды күтәреүгә – ер дошманды йотто.
13Үҙең ҡотҡарған халыҡҡа тоғро мөхәббәтең менән юл күрһәттең,
Мөҡәддәс торлағыңа Ҡөҙрәтең менән алып барҙың.
14Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай!
Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,
15Эдом башлыҡтары өрктө-боҫто,
Моавтың юлбашсылары ҡалтырашты,
Ҡәнғәниҙәрҙең ҡото ботҡа төштө.
16Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон,
Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы,
Үҙеңә алған халҡың уҙғансы,
Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.
17Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа,
Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға,
Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа.
18Раббы мәңге, даими батшалыҡ итер».
19Фирғәүен аттары, яу арбалары һәм һыбайлылары менән диңгеҙгә инеүе булды, Раббы диңгеҙ һыуҙарын уларҙың өҫтөнә ишеп төшөрҙө. Исраил халҡы иһә диңгеҙ уртаһындағы ҡоро ерҙән атлап сыҡты.
20Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.
21Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы:
«Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды!
Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны».
Әсе һыу
22Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар. 23Мараға килеп еткәс тә эсә алманылар – һыу ауыҙға алғыһыҙ әсе ине. Шуның өсөн дә был ер Мара, йәғни әсе тип атала. 24Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы. 25Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде.
Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте.
26Раббы былай тине:
– Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.
27Артабан Элимға киттеләр. Унда ун ике шишмә менән етмеш хөрмә ағасы бар ине. Шунда, шишмәләр эргәһендә, туплам булып урынлаштылар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in