Эфестарға 2
2
Үлемдән – тормошҡа
1Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, 2һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ. 3Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине. 4Әммә сикһеҙ шәфҡәтле Алла беҙгә ҡарата Үҙенең бөйөк мөхәббәтен күрһәтте: 5беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ. 6Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе. 7Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа Ғайса Мәсихтә күрһәтеү өсөн эшләне. 8Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге. 9Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә бер кем дә маҡтанмаһын. 10Беҙҙе Алла ҡулы булдырҙы. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсихтә бар ителдек.
Мәсихтә берләшеү
11Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаған кешеләр һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине. 12Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ. 13Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтә, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ. 14Ғайса Мәсих – беҙҙең татыулығыбыҙ. Ул бит, араларҙағы кәртәне емереп, ике яҡтан бер бөтөн яһаны. Үҙен ҡорбан итеп, арабыҙҙағы дошманлыҡты юҡ итте. 15Ҡанунды бойороҡтары һәм ҡағиҙәләре менән бергә ғәмәлдән сығарҙы. Уның маҡсаты: именлек урынлаштырып, был ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырыу 16һәм, Ғайса Мәсих арҡысаҡтағы үлеме менән арағыҙҙағы дошманлыҡты юҡҡа сығарып, ике яҡты ла бер тәндә Алла менән татыулаштырыу ине. 17Мәсих килгәс, һеҙгә – Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте. 18Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыр юлыбыҙ бар. 19Тимәк, һеҙ – хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алланың изге халҡының милләттәштәре һәм Уның ғаилә ағзалары. 20Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе. 21Был нигеҙ ташы бөтөн бинаны бергә ҡушып тора һәм бина, күтәрелә барып, Раббыла Изге йорт булып ҡалҡыр. 22Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Алла Үҙенең Рухы менән йәшәгән торлаҡ булып төҙөләһегеҙ.
Currently Selected:
Эфестарға 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: