YouVersion Logo
Search Icon

Ҡанун 3

3
Исраилдарҙың Башан батшаһы Ғоғты ҡыйратыуы
1Артабан беҙ, боролоп, Башанға бара торған юл менән киттек. Башан батшаһы Ғоғ бөтә ғәскәре менән Әдрәғи ҡалаһы янында беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡты. 2Раббы миңә: «Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең».
3Аллабыҙ Раббы Башан батшаһы Ғоғты бөтә ғәскәре менән ҡулыбыҙға тапшырҙы һәм беҙ уларҙы һуңғы кешеһенә тиклем ҡырҙыҡ. 4Ул саҡта беҙ Ғоғтың барлыҡ ҡалаларын яулап алдыҡ. Беҙ ҡулға төшөрмәгән бер генә ҡалаһы ла ҡалманы. Башан батшалығында беҙ Ғоғтың алтмыш ҡалаһын, Аргов төбәген тулыһынса алдыҡ. 5Был ҡалаларҙың барыһы ла бейек диуарҙар, ҡапҡалар һәм арҡыры һайғауҙар менән нығытылғайны, арала нығытмаһыҙ бик күп ҡалалар ҙа бар ине. 6Хешбон батшаһы Сихонды нимә эшләтһәк, бында ла шулай булды: уларҙы харам ҡылдыҡ һәм юҡҡа сығарҙыҡ. Һәр ҡаланы ирҙәре, ҡатындары һәм балалары менән бергә тулыһынса һәләк иттек. 7Ә мал-тыуарҙы һәм ҡалаларҙа яуланған табышты үҙебеҙгә алдыҡ.
8Ана шул ваҡытта беҙ әмөриҙәрҙең ике батшаһы ҡулынан Иордандың аръяғында Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем булған ерҙәрҙе яулап алдыҡ. 9(Сидон халҡы Хермонды – Сирйон, ә әмөри халҡы Сенир тип йөрөтә.) 10Яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалаларҙы, тотош Ғилғәдте, Ғоғтың Башан батшалығындағы ҡалалары булған Салха менән Әдрәғигә тиклем бөтә Башанды ҡулға төшөрҙөк. 11Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк#3:11 Терһәк – 45 см. (Ғоғтың һикеһе – 4,05х1,8 м.).
Иордан йылғаһынан көнсығышта урынлашҡан ырыуҙар
12Ул осорҙа яулап алынған ерҙе – Арнон үҙәненең ситендә урынлашҡан Ғароғер ҡалаһынан башланған өлкәне, таулы Ғилғәд еренең яртыһын мин ҡалалары менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына бирҙем. 13Ә Ғилғәдтең ҡалған өлөшөн һәм тотош Башанды – Ғоғтың батшалығын – Менашше ырыуының яртыһына бирҙем. (Элек Аргов төбәге – тотош Башан – рефалар ере тип йөрөтөлә ине. 14Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.)
15Махирға Ғилғәдте бирҙем. 16Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына Ғилғәдтән Арнон үҙәненә тиклем һуҙылған ерҙәрҙе бирҙем. Бер яҡтан уның сиге Арнон үҙәненең уртаһынан үтә, ә ғаммондар менән сиктәре иһә Яббоҡ йылғаһы ине. 17Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған.
18Шул саҡта мин, әмер итеп, ул ырыуҙарға былай тинем: «Аллағыҙ Раббы был ерҙәрҙе һеҙгә биләмәгә бирҙе. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрегеҙ ҡорал алып, үҙ туғандарығыҙ, исраилдар алдынан йылға аша сығығыҙ. 19Мин һеҙгә биргән ҡалаларҙа бары тик ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ һәм малдарығыҙ ғына – беләм, малдарығыҙ ишле – ҡалһын. 20Ҡасан Раббы, һеҙгә биргән кеүек, туғандарығыҙға ла тыныслыҡ бирә, ҡасан улар Иордан аръяғындағы Аллағыҙ Раббы үҙҙәренә вәғәҙә иткән ерҙәрҙе биләй, тик шул саҡта ғына һәр берегеҙ мин һеҙгә биргән биләмәләрегеҙгә кире ҡайтырһығыҙ».
Раббы Мусаның Ҡәнғән еренә инмәйәсәген белдерә
21Шул ваҡытта мин Йушағҡа әмер биреп әйттем: «Аллағыҙ Раббының был ике батшаның башына ниҙәр килтергәнен үҙ күҙҙәрең менән күрҙең. Раббы һин үтәсәк бөтә батшалыҡтар менән дә шулай уҡ эшләр. 22Уларҙан ҡурҡмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ».
23Шунан Раббыға ялбарҙым: 24«Хакимыбыҙ Раббы, ҡолоңа Үҙ бөйөклөгөңдө һәм ҡулыңдың ҡөҙрәтен күрһәтә башланың. Күктә һәм ерҙә Һин ҡылған эштәрҙе һәм ҡөҙрәтле ғәмәлдәрҙе башҡара алған тағын ниндәй илаһ бар һуң? 25Миңә лә, Иордан аръяғына сығып, шул уңдырышлы ерҙе – гүзәл тауҙарҙы һәм Ливанды күрергә мөмкинлек бирһәңсе».
26Тик Раббы һеҙҙең арҡала миңә асыулы ине, ялбарыуыма ҡолаҡ һалманы. «Етер, – тине. – Башҡаса Миңә был турала өндәшмә. 27Писга тауына мен. Көнбайышҡа, төньяҡҡа, көньяҡҡа һәм көнсығышҡа баҡ. Үҙ күҙҙәрең менән күр, сөнки һин Иордан аръяғына сыҡмаясаҡһың. 28Йушағҡа әмер бир, ҡеүәтләндер, ныҡ булырға ҡуш. Сөнки был халыҡ Иордан аръяғына уның етәкселегендә сығасаҡ. Хәҙер һин ҡараясаҡ ерҙәрҙе халыҡҡа ул алып бирәсәк».
29Беҙ Бейт-Пеғор ҡаршыһындағы үҙәндә туҡталдыҡ.

Currently Selected:

Ҡанун 3: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in