Ҡанун 1
1
Мусаның Раббы вәғәҙә иткәндәрҙе исраилдарҙың иҫенә төшөрөүе
1Иордан аръяғында, сүлдә, Ғарава тигеҙлегендә, Суф ҡаршыһында – Паран менән Тофел, Лаван, Хасироҫ, Ди-Заһав араһында Мусаның Исраил халҡына һөйләгән һүҙҙәре был. 2(Сеғир тауҙары аша барғанда Хоревтан Ҡадеш-Барнеағҡа тиклем ун бер көнлөк юл.)
3Исраилдар Мысырҙан сыҡҡандың ҡырҡынсы йылында, ун беренсе айҙың беренсе көнөндә Муса Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да Исраил халҡына белдерҙе. 4Был әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон, Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә йәшәгән Башан батшаһы Ғоғ Муса тарафынан еңелгәндән һуң булды. 5Иордан аръяғында, Моав ерендә, Муса ул ҡанунды аңлата башланы. Былай тине:
6– Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙгә: «Был тауҙа етерлек торҙоғоҙ! – тине. – 7Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ. 8Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»
Мусаның башлыҡтар тәғәйенләүе
9– Шул саҡта мин һеҙгә әйттем, – тине Муса. – «Бер үҙем һеҙҙе етәкләп йөрөй алмайым. 10Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ. 11Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙҙе әлегенән мең тапҡырға күберәк итеп үрсетһен дә, һеҙгә нисек әйткән булһа, шулай фатихаһын бирһен. 12Һеҙҙең мәшәҡәттәрегеҙҙе, дәғүәләрегеҙҙе, ығы-зығыларығыҙҙы яңғыҙыма нисек күтәреп йөрөтөргә? 13Һәр ырыуҙан зиһенле, белекле һәм абруйлы ирҙәрҙе һайлап алығыҙ. Мин уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуяйым», – тинем.
14«Был бик һәйбәт фекер!» – тип яуапланығыҙ. 15Мин, ырыуҙарығыҙҙан аҡыллы һәм абруйлы ирҙәрҙе алып, уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуйҙым, мең башы, йөҙ башы, илле башы, ун башы билдәләнем, һәр ырыуға етәкселәр тәғәйенләнем. 16Шунан һеҙҙең өҫтән хөкөм йөрөтәсәк кешеләргә: «Туғандарығыҙҙың дәғүәләрен иғтибар менән тыңлағыҙ; бәхәс ике исраил араһындамы, әллә исраил менән килмешәк араһындамы, һәммәһен дә ғәҙел хөкөм итегеҙ, – тип бойорҙом. – 17Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен». 18Ул саҡта һеҙ эшләргә тейешле нәмәләрҙең бөтәһе тураһында ла әмер бирҙем.
Халыҡтың күҙәтселәр ебәреүе
19Шунан беҙ, Аллабыҙ Раббы бойороғо буйынса, Хоревтан киттек. Әмөриҙәрҙең таулы иленә барышлай, инде үҙегеҙ күргән мөһабәт һәм ҡурҡыныс сүлде үтеп, Ҡадеш-Барнеағҡа килеп еттек. 20Унда мин һеҙгә: «Бына һеҙ Аллабыҙ Раббы әмөриҙәрҙең беҙгә бирәсәк таулы иленә килеп еттегеҙ, – тинем. – 21Ҡарағыҙ! Аллағыҙ Раббы был ерҙе һеҙгә бирҙе. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы ҡушҡанса, барығыҙ, уны биләгеҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ!»
22Шул саҡ һәммәгеҙ, яныма килеп: «Алдан кешеләр ебәрәйек, улар илде ҡарап-тикшереп сыҡһын, бараһы юлдар, инәһе ҡалалар тураһында беҙгә мәғлүмәт алып килһен», – тинегеҙ.
23Был фекер күңелемә хуш килде. Арағыҙҙан ун ике кеше һайлап алдым – һәр ырыуҙан берәр кеше. 24Улар киттеләр, таулыҡҡа күтәрелеп, Әшкол үҙәненә төштөләр һәм ул тирәләге ерҙе байҡап сыҡтылар. 25Был тупраҡтың емештәрен алып килеп күрһәттеләр һәм: «Аллабыҙ Раббы беҙгә бирәсәк ер яҡшы», – тип хәбәр иттеләр.
26Әммә һеҙ ул ергә барырға теләмәнегеҙ һәм Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. 27Сатырҙарығыҙҙа: «Раббы беҙҙе күрә алмай. Шуға күрә беҙҙе әмөриҙәр ҡулына биреп ҡырып бөтөрөр өсөн Мысырҙан алып сыҡты, – тип һуҡрандығыҙ. – 28Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.
29Мин иһә һеҙгә: «Ҡурҡмағыҙ уларҙан, ҡотоғоҙ алынмаһын, – тинем. – 30Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла, 31сүлдә лә Ул шулай эшләне. Ошо урынға килеп еткәнсе, бөтә юл буйы Аллағыҙ Раббы, балаһын күтәргән ата һымаҡ, һеҙҙе ҡулында күтәреп йөрөттө». 32-33Шуға ҡарамаҫтан, һеҙгә ҡуналҡаға туҡтар урын эҙләп һәм барыр юлығыҙҙы күрһәтеп, алдығыҙҙан төндә утта, көндөҙ болотта барған Аллағыҙ Раббыға ышанманығыҙ.
Раббының исраилдарҙы язалауы
34Раббы һүҙҙәрегеҙҙе ишетеп асыуланды ла: 35-36«Мин ант итеп аталарығыҙға бирергә вәғәҙә иткән ул бәрәкәтле ерҙе был яман быуындан Йефунне улы Калевтан башҡа бер кем дә күрмәҫ. Бары Калев ҡына күрер. Ул атлап уҙған ерҙәрҙе уға һәм нәҫеленә бирермен, сөнки ул бөтә йөрәктән Раббы юлынан йөрөнө», – тине.
37Һеҙҙең арҡала Раббының миңә лә асыуы килде. «Һин дә ул ергә инмәйәсәкһең, – тине. – 38Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр. 39„Дошманға табыш булырҙар инде“ тигән балаларығыҙ, әле бөгөн яҡшыны ямандан айыра белмәгән балаларығыҙ, инер унда. Ерҙе уларға бирәсәкмен, уны улар биләмә итеп аласаҡ. 40Һеҙ иһә кире боролоғоҙ һәм Ҡамышлы диңгеҙ юлынан сүлгә китегеҙ».
41Шул саҡта һеҙ миңә: «Беҙ Раббы алдында гонаһ ҡылдыҡ, – тинегеҙ. – Әйҙәгеҙ, Аллабыҙ Раббы бойорғанса, барып һуғышайыҡ». Һәр берегеҙ биленә һуғыш ҡоралын тағып, дыуамалланып, таулыҡҡа менергә булдығыҙ.
42Раббы миңә: «Уларға еткер, бармаһындар һәм һуғышмаһындар. Сөнки Мин һеҙҙең менән түгелмен, шуға күрә дошмандарығыҙҙан еңеләсәкһегеҙ», – тине.
43Мин һеҙҙе иҫкәрттем, әммә һеҙ һүҙемә ҡолаҡ һалманығыҙ, Раббының әйткәненә ҡаршы килеп, таулыҡҡа күтәрелергә баҙнат иттегеҙ. 44Был тауҙарҙа йәшәгән әмөриҙәр һеҙгә ҡаршы сыҡты һәм бал ҡорттары һымаҡ баҫтырҙы, Сеғирҙан Хормаға тиклем һеҙҙе ҡыйратып һалды. 45Һеҙ ҡайтып Раббы алдында иланығыҙ. Тик Раббы һыҡтауығыҙҙы ишетмәне, һеҙгә ҡолаҡ һалманы.
46Оҙаҡ ваҡыт Ҡадешта ҡалдығыҙ.
Currently Selected:
Ҡанун 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: