Даниил 12
12
Ауыр заманалар һәм үлеләрҙең терелеүе
1Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.
2Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан
Күптәр уяныр:
Берәүҙәр – мәңгелек тормош,
Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.
3Аҡыл эйәләре – ал таң нуры,
Хаҡ юлға әйҙәүселәр йондоҙҙай,
Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.
4Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.
5Шунда мин, Даниил, күрҙем: йәнә икәү баҫып тора: береһе – йылғаның арғы яғында, икенсеһе – биръяҡта. 6Уларҙың берәүһе йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттан:
– Был ғәжәйеп хәлдәр ҡасан бөтөр икән? – тип һорай.
7Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте:
– Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр.
8Мин тыңланым, ләкин аңламаным. Шуға ла:
– Хакимым, нимә менән бөтәсәк һуң былар? – тип һораным.
9Ул былай тип яуап бирҙе:
– Бар кит, Даниил, был ахыр заманаларға тиклем йәшерелгән һәм мисәтләнгән. 10Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.
11Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер. 12Көтә белеп, бер мең дә өс йөҙ ҙә утыҙ биш көндөң үткәнен көтөп алғандар бәхетле булыр.
13Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп, ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың.
Currently Selected:
Даниил 12: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: