Ғамос 5
5
Исраил тураһында матәм йыры
1Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.
2Ғиффәтле ҡыҙ Исраил йығылды,
Башҡаса ул тора алмаясаҡ.
Үҙ тупрағында ташландыҡ хәлдә,
Уны күтәреп торғоҙоусы юҡ.
3Раббы Хаким былай ти:
«Исраилдың бер ҡалаһы
Мең һуғышсыһын яуға сығарһа,
Уларҙың йөҙө генә һау ҡалыр;
Әгәр ҙә йөҙҙө сығарһа,
Тиҫтәһе генә иҫән ҡалыр».
Раббыға ынтылығыҙ
4Раббы Исраил нәҫеленә былай ти:
«Миңә ынтылығыҙ, шунда иҫән ҡалырһығыҙ.
5Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ,
Гилгалға юлланмағыҙ.
Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ.
Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк,
Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк».
6Раббыға ынтылығыҙ –
Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ.
Юҡһа Ул, ялҡын шикелле,
Йософ йортон ялмап алыр.
Бейт-Ил дә дөрләп яныр –
Уны һүндереүсе булмаҫ.
7Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр,
Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!
Раббының бөйөклөгө
8Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы,
Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға,
Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе,
Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып,
Ер йөҙөнә түгеүсе –
Исеме Уның – Раббы!
9Ул көслөләргә һәләкәт ебәрә,
Ҡәлғәне ергә тигеҙләй.
10Ҡала ҡапҡаһы янында хөкөм мәлендә фашлағанды,
Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.
11Игенләтә һалым алып,
Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә,
Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа,
Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә.
Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә,
Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.
12Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп,
Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр;
Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ,
Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә
Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.
13Шуға был заман шул тиклем яман,
Хатта аҡыл эйәһе лә телен йотор.
14Яуызлыҡ түгел, яҡшылыҡ эҙләгеҙ –
Бына шунда иҫән ҡалырһығыҙ.
Шул саҡ, үҙегеҙ әйткәнсә, һеҙҙең менән
Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы булыр.
15Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ,
Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ,
Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы,
Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.
16Шуның өсөн Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Хаким былай ти:
«Бөтә майҙандарҙа – илау-һыҡтау,
Барса урамдарҙа аһ-зар яңғырар.
Игенсене ҡайғы уртаҡлашырға,
Сеңләүселәрҙе матәм көнөнә саҡырырҙар.
17Арағыҙҙан Мин үткәндә,
Йөҙөм баҡсаларында ла иңрәү торор», – ти Раббы.
Раббы көнө – ҡараңғылыҡ,
ә яҡтылыҡ түгел
18Раббы көнөн көҫәүселәрҙең башына ҡайғы!
Ниңә һеҙгә Раббы көнө?
Ул яҡтылыҡ түгел, ҡараңғылыҡ.
19Кеше арыҫландан ҡасып,
Айыуға барып юлыҡҡан кеүек,
Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға
Ҡара йылан саҡҡан кеүек,
20Раббы көнө лә шулай –
Яҡтылыҡ түгел, ә ҡараңғылыҡ,
Күҙгә төртһәң күренмәҫлек, унда нур юҡ.
21«Байрамдарығыҙҙы күрә алмайым, кире ҡағам,
Тантаналы йыйындарығыҙҙы хуш күрмәйем, – ти Раббы. –
22Тотош яндырыу ҡорбандары,
Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә,
Мин уларҙы хуш күрмәм.
Татыулыҡ ҡорбанына килтергән
Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.
23Шау-шыулы йырҙарыңдан арала Мине,
Лирағыҙҙың ауазын ишеткем килмәй.
24Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып,
Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын.
25Эй Исраил нәҫеле, сүлдә ҡырҡ йыл буйына һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни? 26Һындарын үҙегеҙ яһап алған илаһ-батшағыҙ Сиккуҫ һәм Кийун#5:26 Сиккуҫ һәм Кийун – мәжүсиҙәр табынған һәм Сатурнды кәүҙәләндергән илаһтар. Бында һүҙ уйнатыу: «сиккуҫ» һүҙе йәһүд телендәге «шиҡҡутс» (ерәнгес) һүҙе менән ауаздаш. йондоҙо менән бергә 27Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскка ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.
Currently Selected:
Ғамос 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023