ІІІ Яхъя 1
1
1Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға.
2Ҡәҙерле дуҫым, йәнең менән сәләмәт булған кеүек, тәнең менән дә иҫән-һау һәм һәр яҡлап уңышлы булыуың өсөн доға ҡылам. 3Имандаштарҙың килеп һинең хәҡиҡәткә тоғролоғоң хаҡында шаһитлыҡ итеүҙәренә мин бик шатландым. Һинең хәҡиҡәттә йөрөүең хаҡ бит. 4Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр.
Хәҡиҡәт хаҡына бергәләп эшләү
5Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында ҡайғыртыуың, хатта уларҙы шәхсән белмәһәң дә, һинең тоғролоғоңдо күрһәтә. 6Һинең мөхәббәтең тураһында улар имандаштар берҙәмлеге алдында шаһитлыҡ ҡылды. Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе. 7Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр. 8Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.
9Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотрефес беҙҙе тыңларға теләмәй. 10Шуға күрә, янығыҙға барһам, уның ҡылған эштәрен иҫемә төшөрөп һөйләрмен. Ул беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратып ҡына ҡалмай, имандаштарҙы үҙе ҡабул итмәй, ә ҡабул итергә теләүселәргә ҡамасаулай, хатта берҙәмлектән ҡыуып ебәрә.
11Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән. 12Демитриус хаҡында бөтәһе лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ, һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың дөрөҫ булғанын беләһең.
Һуңғы һүҙҙәр
13Минең һиңә әйтергә теләгән һүҙҙәрем күп, әммә уларҙы ҡара һәм ҡәләм менән яҙырға теләмәйем. 14Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.
15Именлек һиңә! Һине дуҫтар сәләмләй. Дуҫтарыбыҙҙың һәр береһенә айырым сәләм әйт.
Currently Selected:
ІІІ Яхъя 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023