ІІ Тимоҫеусҡа 2
2
Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе
1Улым, һин Ғайса Мәсихтә булған мәрхәмәткә таянып нығын. 2Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр. 3Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә ҡабул итеп ал. 4Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша. 5Шулай уҡ кеше тейешле ҡағиҙәләр буйынса ярышмай икән, еңеү тажына лайыҡ булмай. 6Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешенең өлөшөн беренсе булып алырға тейеш. 7Мин әйткәндәр тураһында уйла. Раббы һиңә быларҙың барыһын да аңларға ярҙам итәсәк.
8Дауыт нәҫеленән булған Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә. 9Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай. 10Шуға ла Алла тарафынан һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсихтәге ҡотолоуға мәңгелек дан менән бергә ирешһендәр өсөн, барыһына ла түҙәм.
11Уның менән үлгәнбеҙ икән,
Уның менән бергә йәшәрбеҙ ҙә.
12Түҙәбеҙ икән,
Уның менән бергә батшалыҡ та итербеҙ.
Унан баш тартабыҙ икән,
Ул да беҙҙән баш тартыр.
13Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та,
Ул тоғро булып ҡалыр,
сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, –
тигән һүҙҙәр хаҡ.
Лайыҡлы хеҙмәткәр
14Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә. 15Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш. 16Ә Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән ситтә тор, сөнки уларҙы һөйләүселәр Алланан алыҫлаштыра, 17ундай һүҙҙәр яман шеш кеүек таралыр. Һуменайос менән Филетос та шундайҙар араһында, 18үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар. 19#Иҫп 16:5.#Зәб 33:15.Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».
20Ҙур йортта алтындан һәм көмөштән яһалған һауыттар ғына түгел, ағас менән балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар; уларҙың ҡайһылары ҡәҙерләп тотонола, икенселәре көндәлек ҡулланылышта йөрөй. 21Шулай итеп, кем үҙен бысраҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтә яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ.
22Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл. 23Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең. 24Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, 25өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер, 26шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.
Currently Selected:
ІІ Тимоҫеусҡа 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023