ІІ Тессалоникеларға 3
3
Доға ҡылырға саҡырыу
1Тағы ла шул, имандаштар: Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ, 2боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙән арыныуыбыҙ өсөн дә доға ҡылығыҙ, сөнки бөтә кеше лә иманлы түгел бит. 3Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар. 4Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә. 5Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.
Ялҡаулыҡ тураһында иҫкәртеү
6Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ. 7Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ, 8бер кемдең икмәген дә бушлай ашаманыҡ, берегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, көнө-төнө эшләнек, көс түктек, 9талап итергә хаҡыбыҙ булмағандан түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек. 10Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек. 11Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит. 12Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап ҡуябыҙ һәм өндәйбеҙ. 13Һеҙ иһә, имандаштар, яҡшылыҡ эшләүҙән арымағыҙ.
14Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ. 15Ләкин ул кешене дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә имандашығыҙҙай итеп иҫкәртегеҙ.
Сәләмдәр
16Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр яҡлап именлек бирһен. Раббы бөтәгеҙ менән бергә булһын. 17Мин, Паулус, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулым менән яҙам. 18Барығыҙ менән дә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте булһын.
Currently Selected:
ІІ Тессалоникеларға 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023