YouVersion Logo
Search Icon

ІІ Коринҫостарға 6

6
1Беҙ иһә, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ. 2#Ишғ 49:8.Сөнки Алла:
«Ҡулай ваҡытта һине ишеттем,
ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем», – ти.
Бына хәҙер – яҡшы ваҡыт, ҡотҡарыу көнө.
3Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел. 4Киреһенсә, бөтөн нәмәлә үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла, 5туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡонан һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла, 6сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә, 7хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы тәҡүәлек ҡоралы менән дә, 8намыҫта һәм хурлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, әммә беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ; 9билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, танылғанбыҙ; һәр саҡ үлем янаһа ла, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирһәләр ҙә, үлтерелмәгәнбеҙ; 10көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.
11Коринҫостар! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн шар асыҡ. 12Беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һеҙҙең өсөн урын тар түгел, тик һеҙҙең йөрәктәрегеҙ беҙҙең өсөн тар. 13Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ.
Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың уртаҡлығы юҡ
14Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын? 15Мәсих менән Иблис#6:15 Иблис – грекса «Белиар». Йәһүд телендә «түбәнлек» тигән мәғәнәлә. араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? 16#Лев 26:11-12; Зөл 37:27.Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит:
«Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн;
уларҙың Аллаһы булырмын,
ә улар Минең халҡым булыр», –
тип әйткән.
17 # Ишғ 52:11. Шуға күрә,
«Улар араһынан сығығыҙ,
уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. –
Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ,
шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.
18 # 2 Бат 7:14; Ишғ 43:6. Һеҙгә Ата булырмын,
ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, –
ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Videos for ІІ Коринҫостарға 6