ІІ Коринҫостарға 5
5
1Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ. 2Был «ҡыуыш»та саҡта ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән был яңы кейемде кейергә ашҡынып көрһөнәбеҙ, 3кейемде кейгәс, беҙ яланғас булмаҫбыҙ. 4Эйе, беҙ донъялағы ҡыуышыбыҙҙа саҡта күңелгә ауыр булғанлыҡтан көрһөнәбеҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәһәк тә, үлемгә эйә бар нәмә йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемде кейергә теләйбеҙ. 5Тап бына шуның өсөн Алла беҙҙе әҙерләне һәм ышаныслы билдә итеп Үҙ Рухын бирҙе.
6Шуның өсөн, ошо тәнебеҙҙә саҡта Раббынан алыҫ булыуыбыҙҙы белһәк тә, һәр ваҡыт ышаныс менән йәшәйбеҙ. 7Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит. 8Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ. 9Шуға ла, тәндә булһаҡ та, тәндән сыҡһаҡ та, Уны ҡыуандырырға ынтылабыҙ, 10сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.
Мәсих аша Алла менән татыулаштырыу
11Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм. 12Һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтай-маҡтай яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендәге менән түгел, ә тышҡы ҡиәфәт менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ. 13Әгәр беҙ үҙ аҡылыбыҙҙа түгел икән, был – Алла хаҡына, үҙ аңыбыҙҙа булһаҡ – һеҙҙең хаҡҡа. 14Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ. 15Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде.
16Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ. 17Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды. 18Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы. 19Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте. 20Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ. 21Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.
Currently Selected:
ІІ Коринҫостарға 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: