ІІ Коринҫостарға 3
3
Яңы килешеү хеҙмәтселәре
1Үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итергә тырышмайбыҙмы икән? Ҡайһы берәүҙәр кеүек, һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтаған хат килтерәйекме йә һеҙҙән һорап алайыҡмы? 2Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған, уны бөтә кеше белә һәм уҡый ала. 3Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә тере Алланың Рухы менән, таҡтаташтарға түгел, ә кешеләрҙең күңеленә яҙылған.
4Алла алдында Мәсих аша бына шундай ышанысыбыҙ бар. 5Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан. 6Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.
7Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, исраилдар Мусаның балҡып торған йөҙөнә, хатта был балҡыу юғала барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән, 8Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме ни? 9Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, Алланың әҙәмде аҡлауына илткән хеҙмәт күпкә данлыраҡ. 10Ҡасандыр данлы булған нәмә, өҫтөнлөк алған яңыһы менән сағыштырғанда, инде бөйөк түгел шул. 11Юғалып барған нәмә дан менән килһә, мәңге буласағы күпкә данлыраҡ!
12Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ. 13#Сығ 34:33, 35.Исраилдар юғала барған данға ҡарамаһын өсөн, йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған Муса кеүек түгелбеҙ. 14Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки иҫке килешеү яҙмаларын уҡығанда уларҙың аҡылы шул бөркәнсек менән ябылған һымаҡ. Ул бөркәнсекте Мәсих кенә алып ташлаясаҡ. 15Бөгөнгә тиклем Муса ҡанунын уҡығанда, уларҙың күңелендә бөркәнсек ята. 16Әммә Раббыға йөҙ менән боролғанда был бөркәнсек алып ташлана. 17Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ. 18Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.
Currently Selected:
ІІ Коринҫостарға 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023