YouVersion Logo
Search Icon

ІІ Коринҫостарға 10

10
Паулустың үҙ хеҙмәтен яҡлауы
1Мин, арағыҙҙа «йыуаш», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Паулус, Мәсихсә баҫалҡылыҡ һәм эскерһеҙлек менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм. 2Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһенең уй-фекерҙәре менән йәшәйһегеҙ тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм. 3Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ. 4Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, ә Алла ҡөҙрәте менән ҡәлғәләрҙе емерергә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе, 5Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ. 6Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, баш бирмәгән һәр кемде язаға тарттырырға әҙербеҙ.
7Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә Мәсихтеке. 8Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам. 9Шуға ла мин быларҙы, хаттары менән беҙҙе ҡурҡытырға уйлай икән, тигән фекер ҡалмаһын өсөн әйттем. 10Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти. 11Ундай кеше белһен: ситтән яҙған хаттарыбыҙҙа ниндәйбеҙ, ғәмәлдә, арағыҙҙа булғанда ла шундайбыҙ.
12Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар. 13Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмайбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген алабыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә. 14Беҙ ул сиктән аша сыҡмайбыҙ, сөнки һеҙгә килдек бит инде. Беҙ Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр менән һеҙгә лә беренселәрҙән булып килеп еттек. 15Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ, тейеш булғандың сигенә сығып, самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ. 16Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ. 17#Йер 9:24.«Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын». 18Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for ІІ Коринҫостарға 10